Юлдар тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Нәҡ уларҙың төҙөклөгө райондың социаль торошон билдәләй ҙә инде. Был йәһәттән Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы эшселәре ҙур эштәр башҡара.
Район юлсыларының Ноғоман Теләүбәаев етәкселегендәге бригадаһы Иҫке Собханғол-Аҫҡар, Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлдарының проблемалы участкаларында тигеҙләү, төҙөкләндереү эштәрен башҡарып сыҡты. Участка бригадиры әйтеүенсә, Иҫке Собханғол–Мораҡ автомобиль юлының 14-се саҡрымдан 34-се саҡрымға тиклемге арауығындағы соҡорло насар урындарын ваҡланған таш менән тигеҙләү, төҙөкләндереү эштәрен башҡарып сыҡҡандар.
-Көндәлек норма 6 саҡрым. Тотош юлға таш түшәлмәй, проблемалы, соҡор-саҡырлы урындарҙы таш менән тултырып тигеҙләйбеҙ, кәрәкһә юлдарҙы ҡырабыҙ, канауҙар эшләйбеҙ, таҙартабыҙ. Бригада егеттәре һәр ваҡыттағыса һынашмай, баш баҫып эшләнеләр. Автогрейдер йөрөтөүсе Илдар Мәмбәтов, прицеплы грейдер водителе Рөстәм Исмәғилов үҙ эшенә яуаплы ҡарайҙар. Камазсыларыбыҙ Азамат Фәттәхов, Рөстәм Сафин, Ринат Хәйруллин, Самат Ғазиндар ваҡланған таштарҙы ташып өлгөртөп кенә торҙолар. Шулай уҡ шәхси эшҡыуар А. Мырҙағоловтың да ике "КамАЗ”ы йәлеп ителде. Бынан бер нисә көн алда Иҫке Собханғол-Аҫҡар автомобиль юлының 2-3 һәм 4-6 саҡрымындағы арауыҡты тигеҙләү эштәрен башҡарып сыҡтыҡ. Артабан Иҫке Собханғол-Ҡағы автомобиль юлындағы барьер ҡоймаларын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, иретеп-йәбештереү, остарын ергә күмеү кеүек эштәрҙе башҡарасаҡбыҙ. Был эштәргә иретеп-йәбештереүсе Самат Ҡаһарманов, "КамАЗ” водителе Салауат Абдуллин йәлеп ителгән, - ти участка биргадиры Ноғоман Теләүбаев.
А. АҠЫЕВА.