Ағиҙел ҡасабаһында заман талаптарына яуап биргән яңы мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөү күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Ниһәйәт, апрель баштары 108 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә старт бирелде.
Мәғариф комплексын Өфөнән “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй. Бөгөнгө көндә 12 кешенән торған бригада нигеҙ ҡороу эштәре менән шөғөлләнә, экскаватор һәм кран йәлеп ителгән.
- Объекттың проекты Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһында төҙөлөп ятҡан мәктәп, балалар баҡсаһыныҡы кеүек. Ике ҡатлы төҙөләсәк бина бөтә заман талаптарына яуап бирәсәк, спорт һәм тамаша залы, иркен яҡты кластар, башҡа уңайлылыҡтар ҡаралған. Йәйге йылы көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ, төҙөүселәр аҙнаһына 6 көн, иртәнге 8-ҙән киске 19.00 сәғәткә тиклем эшләй, - тип эш барышы менән таныштырҙы төҙөлөш прорабы О. Костров.
Төҙөлөш башланыуын урындағы халыҡ та шатланып ҡабул итте. Әлегә ҡасаба уҡыусылары район үҙәгендәге 1-се һанлы Иҫке Собханғол мәктәбенә йөрөп уҡый.
Планға ярашлы, яңы комплексты 2019 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Төҙөүселәр әйтеүенсә, материалдар менән тотҡарлыҡ юҡ, бөтә эштәр ваҡытында һәм тейешле сифат менән башҡарыласаҡ. Башланған эш - бөткән эш, тигәндәй, төҙөлөш хәйерле булһын!
Д. БАЙНАЗАРОВ.