Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
26 Март 2018, 18:23

Эштәре ырамлы бара

Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһында мәктәп-балалар баҡсаһын төҙөү эштәре әүҙем бара.

Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары араһында мәктәп-балалар баҡсаһын төҙөү эштәре әүҙем бара.

“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проекты сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөләсәк 108 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһының айырым спорт һәм тамаша залдары ла буласаҡ. Дөйөм майҙаны 5335 кв.м. тәшкил итәсәк комплексты үткән йылдың октябрендә Өфөнән “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй башлағайны.

- Ғинуар аҙағында кирбес эшенә тотоноп, әле икенсе ҡаттың стеналарын күтәреү менән булабыҙ. Объектта 36 кешенән торған 3 ташсылар бригадаһы, 8 ярҙамсы эшсе, 3 крансы, 2 иретеп йәбештереүсе һәм электрик эшләй. Яртыһынан күбеһе һеҙҙең район кешеләре. Өс кран, бер экскаватор йәлеп ителгән, районда бер “ЗиЛ” ҡом, тағылмалы ике “КамАЗ” һәм ике “MAN” техникалары ҡырҙан төҙөлөш материалдары ташый. План буйынса объектты 2019 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырырға тейеш булһаҡ, эштәрҙе иртәрәк бөтөргә иҫәп тотабыҙ

Тиҙҙән түбәне башлайбыҙ, әле 12 кешенән торасаҡ балта оҫталары бригадаһы төҙөлгән. Ҡыйыҡлыҡ ағас, бурса, таҡта материалдарын әҙерләүгә һеҙҙең райондың шәхси эшҡыуарына заказ бирҙек. Эстә электр кабеле, йылылыҡ, һыу, канализация системаларын үткәреү түбә эштәре менән бер рәттән алып барыласаҡ. Май айҙарында, көндәр йылынғас, штукатурлау, май-июнь тирәһе һыу, газ, йылылыҡ системаһына тоташтырыу кеүек тышҡы эштәр көтә. Беҙҙең ойошма 2015 йылда ғына асылһа ла, төҙөлөш өлкәһендә танылыу яуланыҡ, байтаҡ социаль объекттарҙы файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Бөгөн бөтә Башҡортостан буйынса 7 объектта эш алып барабыҙ, - ти прораб Дамир Вәлиев.

Эштәр тотҡарлыҡһыҙ барһын өсөн төҙөүселәргә тейешле шарттар булдырылған. Ҡырҙан килгәндәр ятаҡта йәшәй, душ, мунса бар. Көнөнә өс тапҡыр ашау ойошторолған. Төҙөүселәр, ниндәй һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, эште ыратып ҡалырға тырыша. Төҙөлөш графиктан алда бара. - Бында ноябрҙән алып эшләйем. Был ойошмала элегерәк Өфөлә эшләп киткәйнем. Ваҡытында эш хаҡы түләйҙәр икәнен белгәс, “Таң” гәзитендә мәктәп төҙөлә башлаған тигән мәҡәләне уҡыу менән йүгереп эшкә килдем, рәхмәт һеҙгә эш табышҡанға, - тип йылмая Мораҙымдан килгән иретеп йәбештереүсе Ғүмәр Тулыбаев.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: