Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
3 Октябрь 2017, 18:31

Яңы Собханғолда мәктәп төҙөлә

Башҡортостандың 100 йыллығыны-100 объектРайон биләмәһендә төҙөлөш эштәре йылдам алып барыла. Үткән йыл ғына Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһы файҙаланыуға тапшырылғайны, әле ошо уҡ мәктәп яны интернаты бинаһына реконструкция эштәре, Нәбиҙә күпер төҙөү тамамланыу алдында. Яңы Монасипта Ағиҙел аша күпер, Исламбайҙа мәҙәниәт йорто төҙөлә, юлдар, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре һалына. Ниһайәт халыҡ күптән көткән Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарына ла төҙөлөш килеп етте. Проект дәүләт экспертизаһы үтеп, ойошторолған торгтарҙан һуң Өфөнән “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән төҙөлөш ойошмаһы ышаныслы подрядсы булып билдәләнде.

Башҡортостандың 100 йыллығына-100 объект

Район биләмәһендә төҙөлөш эштәре йылдам алып барыла. Үткән йыл ғына Иҫке Собханғол урта мәктәбе бинаһы файҙаланыуға тапшырылғайны, әле ошо уҡ мәктәп яны интернаты бинаһына реконструкция эштәре, Нәбиҙә күпер төҙөү тамамланыу алдында. Яңы Монасипта Ағиҙел аша күпер, Исламбайҙа мәҙәниәт йорто төҙөлә, юлдар, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре һалына.
Ниһайәт халыҡ күптән көткән Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарына ла төҙөлөш килеп етте. Проект дәүләт экспертизаһы үтеп, ойошторолған торгтарҙан һуң Өфөнән “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән төҙөлөш ойошмаһы ышаныслы подрядсы булып билдәләнде.
- Бында эштәрҙе сентябрь аҙаҡтарында башланыҡ. Тәүҙә төҙөлөш барасаҡ майҙанды кәртәләп алдыҡ, шунан нигеҙ ҡороу өсөн урынды тигеҙләү, траншея ҡаҙыу эштәренә тотондоҡ. Проектҡа ярашлы, мәктәп 108 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 90 балаға иҫәпләнгән. Унда айырым спорт һәм тамаша залы ла буласаҡ. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ойошма ошо төҙөлөштә 10 миллион һумға яҡын аҡсаны үҙләштерергә тейеш. Әле эш башланып ҡына тора, шуға эшселәр артыҡ күп йәлеп ителмәне, ун кеше, өс берәмек техника эшләй, тип үҙҙәре һәм эш башы менән таныштырҙы төҙөлөштөң прорабы Радик Исламов. Төҙөлөш ойошмаһы тураһында ҡыҙыҡһынғас –КапиталСтрой” төҙөлөш өлкәһендә тотороҡло эшләп килгән ойошма. Быға тиклем байтаҡ социаль объекттар төҙөнө- Туймазы ҡалаһында физкультура һауыҡтырыу комплексы, Краснокама, Бүздәк райондарында балалар баҡсаһы төҙөп сафҡа индерҙе. Бында ла һынатмаҫбыҙ, тип ышандырҙы.
Мәғариф комплексының тулы хаҡы —164 миллион һумдан артыҡ. Аҡса ”Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” проекты сиктәрендә республика бюджетынан бүленә. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы комплексын төҙөлөштөң яңы технологияларын ҡулланып һәм ошо йүнәлештәге ҡоролмаға ҡуйылған барлыҡ талаптарҙы үтәп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү планлаштырыла.
Яңы объекттың асылыуын урындағы халыҡ та түҙемһеҙләнеп көтә. Әлегә ауылда авария хәлендәге мәктәп һәм урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп эшләй. Был мәктәпкә ҡараған ауылдар һуңғы йылдарҙа йылдам үҫә, халыҡ арта, тимәк төҙөләсәк яңы мәктәп бинаһы киҫкен мәсьәләне хәл итәсәк.
Эйе, кирбес өҫтөнә кирбес һалыныр, район хакимиәтенең хәстәре, төҙөүселәрҙең тырышлығы менән тиҙҙән был урында ике ҡатлы мөһабәт бина ҡалҡып сығыр тигән ышаныс ҙур.
Р.Шәмиғолов.

Читайте нас: