

Башҡортостанда айыу, бүре һәм төлкө алған һунарсыларға дәртләндереү саралары ҡаралған. Был турала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Камил Биргулиев белдерҙе.
-Дәртләндереүҙең суммаһы ҡыр хайуанының төрөнә бәйле: мәҫәлән, айыу өсөн – 50 мең һум, бүрегә – 30 мең һум, инә төлкөгә – 3 мең һум.
Түләүҙе алыу өсөн һунарсыларға экология министрлығының канцелярияһына ғариза һәм башҡа тейешле документтар тапшырырға кәрәк. Ҡыр хайуанын аулауға рөхсәт ҡағыҙы бер йыл ғәмәлдә була. Был сара ҡырағай хайуандарҙың һанын көйләүгә йүнәлтелгән, - тине министр.
К. Биргулиев шулай уҡ түләү хайуан федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә ауланған хәлдә, шулай уҡ һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙы булмаған осраҡтарҙа түләнмәй икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.