

Көҙгөһөн Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы тауҙарында бик көслө һәм һуҙылып киткән тауыш ишетергә мөмкин – был маралдарҙың үкереүе. Ҡунаҡтар өсөн ул һирәк осрай торған тәбиғәт концерты, ә ғалимдар өсөн – популяцияны иҫәпләү өсөн бик мөһим ваҡыт.
“Үкереү” буйынса иҫәп алыуҙы сентябрҙә – боландарҙың ишен эҙләгән (гон) мәлендә башҡаралар. Ата маралдар инә маралдарҙы үҙҙәренә йәлеп итер, ә көндәштәрҙе өркөтөр өсөн тауыш бирәләр. Уларҙың үкереүе тыныс һыуыҡ һауа торошонда 3-4 саҡрымға тиклем китә – тап шул тауыштар буйынса белгестәр ҡурсаулыҡта нисә хайуан йәшәүен билдәләйҙәр.
Күҙәтеүҙәрҙе иртә менән (иртәнге сәғәт биштән туғыҙҙарға ҡәҙәр) һәм кискеһен алып баралар. Был мәлдәрҙә тауыш яҡшы ишетелә. Иҫәп алыусылар бейегерәк урындарҙа позиция биләй: убаларҙа һәм асыҡ тау итәктәрендә. Бындай урындарҙа тауыштың ҡайҙан килгәнлеген аңлау һәм үкереүсе ата маралдарҙың һанын теркәү еңелерәк.
Иҫәп алыу һөҙөмтәләре популяцияның динамикаһын күҙәтеп барырға, быға тәбиғи һәм тышҡы факторҙар нисек йоғонто яһай икәнлеген аңларға һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә.
Ә һеҙҙең маралдарҙың үкергәнен ишеткәнегеҙ бармы? Йәки ишетергә теләйһегеҙме? Бәлки, үҙегеҙҙең тәбиғәткә, маралдарға бәйле тарихтарығыҙ барҙыр – бик белгә килә...
Сығанаҡ: https://vk.ru/bashzapovednik