Тәбиғәт
16 Сентября , 05:05

Бөрйәндә урман янғыны теркәлгән

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төбәктәге урман янғындарына бәйле хәлдәр буйынса актуаль мәғлүмәт хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөрйәндә урман янғыны теркәлгәнБөрйәндә урман янғыны теркәлгән
Бөрйәндә урман янғыны теркәлгән

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты төбәктәге урман янғындарына бәйле хәлдәр буйынса актуаль мәғлүмәт хәбәр итте.

 “Үткән тәүлектә Бөрйән районында бер урман янғыны теркәлде. Янғын һүндерелгән”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алған ҡотҡарыусылар.

2026 йылдың башынан алып Башҡортостанда 30 урман янғыны теркәлгән.  Уларҙың дөйөм майҙаны 284 гектар тәшкил иткән. Бынан тыш, 1981 гектарҙан ашыу майҙанда ҡаулан яныу осрағы булған.

 “Был тәңгәлдә хәлдәрҙе контролдә тотабыҙ”, тип хәбәр итәләр ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Урман янғындары хәүефе көсәйгән миҙгел башланғандан алып Башҡортостанда авиапатрулдәр урман янғындары ихтималлығын күҙәтеү буйынса 227 осош яһаған. Һауала патрулләүҙең оҙайлығы 707 сәғәт тәшкил иткән.

(Фото: Госкомитет РБ по ЧС | канал в Макс).

Галина Бахшиева.

("Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова