

Хәҙер айыуҙар күп тиһәк тә, элек тә айыуҙар аҙ булманы. Эйе, хәҙер айыуҙар ныҡ үрсене. Элек һәр ғаиләлә тиерлек һунар мылтығы булды, айыуҙарҙы алғылап торҙолар, бының өсөн яуаплыҡҡа тарттырғандарын иҫләмәйем. Ә хәҙер рөхсәтһеҙ атылған айыу өсөн 500 мең штрафтан алып 2 йылға ултыртыуҙары мөмкин.
Сайыр һыҙған мәлдә айыу менән йыш осрашырға тура килде. Тик ул "үҙебеҙҙең айыу" инее: ул - беҙҙән, беҙ унан ҡурҡмай торғайныҡ. Хатта 5 метр тирәһенә тиклем яҡынлай ине. Бесәндә һуңға ҡалһаң да айыу ҡауҡылдай башлай торғайны.
Миңә 6 йәш булғандыр, бер мәл кәбәнде ослап ҡуйғансы, ҡараңғы төшөп китте. Атайым кәбән ҡойһа, һәр ваҡыттағыса, башында Фәниә апайым торҙо, мин күбә тарттырып, кәбән эргәһен тырматып йөрөнөм. Атты егеп, ҡайтырға сыҡҡанда, айһыҙ дөм-ҡараңғы төн ине. Фәниә апайым ныҡ ҡурҡа (уға ла 12 йәш кенә булған), бер туҡтауһыҙ айыу-айыу, тип ҡабатлай. Ана, Исмағзам апаға ауыл эргәһендә генә тап булған, ти. Фәниә апайып атайыма арҡаһы менән терәлеп ултырған, мин арт яҡты күҙәтеп барам. Әлегә тиклем тере айыуҙы күргәнем юҡ, янда кешеләр булғас ҡурҡмайым, миңә ҡыҙыҡ кеүек. Айыу ниэшләптер арттан килеп сығыр һымаҡ, иң тәүҙә мин күрергә тейешмен, тип һәр нәмәне иғтибар менән күҙәтеп барам.
- Ана, айыу, тип Фәниә апайымдың ҡысҡырып ебәреүенә, тертләп, алға боролдом. Алда, ысынлап та, ҙур шәүлә беҙгә ҡаршы килә. Мин уны филгә оҡшаттым. Атайым атты ҡапыл туҡтатып, арбала ятҡан тимер һәнәкте алып, аттың алдына сыҡты.
- Был мин, атай, - тигән ағайымдың тауышын ишеткәс, мин дә арбанан һикереп төшөп, һыбай килгән ағайыма ҡаршы йүгерҙем. Биләриттән ҡайтҡан Фәрғәт ағайым, беҙ һуңға ҡалғас, аптырап, ҡаршы сыҡҡан булған.
Ағайымдан һорап, уның атына мин һыбай менеп алдым, ағайым арбаға ултырҙы. Ауылға ярты саҡрымдай ғына ҡалғайны, атайымдар арба менән яҡшыраҡ юлдан китте, мин һыбай тура юлдан ыңғайланым. Юлды күрмәһәм дә, аттың үҙе алып ҡайтасағын беләм, үҙемсә көйләп ҡайтып барам. Ауылда малайҙарҙың әсе итеп һыҙғырған тауыштары ишетелә. Бармаҡты ауыҙға тығып һыҙғыра белмәһәм дә, һыҙғырғанға оҡшатып, ҡысҡыра беләм. Әсе итеп тороп ҡысҡырып ебәргәйнем, атым өркөп, ҡапыл һикерҙе. Эйәрһеҙ аттан мин ҡолап ятып ҡалдым, атым сабып сығып китте. Арҡаның ауыртыуын да һиҙмәй, ҡараңғыла эләгеп ҡолай-ҡолай, илай-илай ауылдың күренгән уттарына ҡарай йүгерәм. Янымда кешеләр ҙә, ат та юҡ, айыу тотоп ашап ҡуймаһын, тип бар хәлемсә йүгергән булам.
Мин ҡайтып еткәндә атайым атты туғарып, тышарға алып киткән ине. Минең атһыҙ ҡайтып ингәнде өйҙә аңғарманылар ҙа, шикелле.
Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәре шулдыр инде. Шулай ҙа айыуҙарҙың ауылдарға яҡынлауы, кешеләрҙән ҡурҡмауы, хатта кешеләргә ташлана башлауы етди хәүеф тыуҙыра. Шуға бәшмәк-фәләнгә, емеш-еләккә сыҡҡанда бик һаҡ булырға, яңғыҙ-яртаҡ йөрөмәҫкә, йыраҡ китмәҫкә кәрәк.
Ф. Ҡаһарманов.
Сығанаҡ: https://vk.ru/club173910679
(Фото: нацпарк «Башкирия»).