

Межгорье ҡалаһына илткән трассала үтеп барыусылар ғәҙәти булмаған күренеш шаһиты булған - юл ситендә рәхәтләнеп айыу аунап ятҡан. Етмәһә, эргәһендәге юлдан үткән автомобилдәр тауышына иҫе лә китмәй, ҙур аппетит менән ауыҙына йәшел япраҡтар тултыра икән.
Белгестәр аңлатыуынса, айыуҙың бындай ҡылығы – ялҡаулыҡ билдәһе түгел. Был гиперфагияның – ризыҡ ейеүҙең көсәйтелгән мәленең миҫалы. Йыртҡыстарҙа ул һыуыҡтар төшөр алдынан була.
Әлеге ваҡытта хайуандарҙың төп хәстәре – витаминдар һәм энергия туплап ҡалыу. Улар үләнде, емеш-еләктәрҙе һәм йәш ботаҡтарҙы ихлас ашай. Бының маҡсаты – оҙайлы ҡышҡы йоҡо өсөн етерлек май ҡатламы туплау.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре автомобиль хужаларын һаҡсыллыҡ саралары тураһында онотмаҫҡа саҡыра – хатта тыныс ҡына ашанып ултырған йыртҡыс та ҡырағай булып ҡала һәм уның артабан үҙен нисек тоторон берәү ҙә күҙаллай алмай. Уларға хәүефһеҙ алыҫлыҡтан ғына тамаша ҡылырға кәңәш бирәләр.
Фотонан күренеүенсә, бик елле лә айыу булған үҙе.
Сығанаҡ: Фото: Минприроды Башкирии / Автор: Елена Евтеева. "АиФ-Уфа".