Тәбиғәт
17 Августа , 07:10

Һунар миҙгеле асылды

Был хаҡта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һунар миҙгеле асылдыҺунар миҙгеле асылды
Һунар миҙгеле асылды

Башҡортостанда ҡош-ҡортҡа һунар миҙгеле асылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ниндәй ҡоштарҙы ауларға мөмкин?

Һунарсыларға 30 ноябргә тиклем – һыу, ялан һәм һаҙлыҡ-болон, 31 декабргә тиклем ҡарағай урманы ҡоштарын ауларға рөхсәт ителә.

Ҡоштарға һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын ғариза биргәндән һуң Башҡортостандың Экология министрлығы һәм һунар ресурстары менән файҙаланыусылар аша алырға мөмкин.

«Һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, яуаплылыҡ һәм бер-береңде ихтирам итеү — һунарсылыҡ мәҙәниәтенең нигеҙе», — тип белдерҙеләр ведомствола.

“Башинформ”дан.

 

Автор: