

Мәләүез районында айыу умарталыҡҡа барып, умарталарҙы туҙҙырған. Тайыш табанды Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары урмандарҙы патрулләү ваҡытында күреп, фотоға төшөрөп алғандар. Айыу умарталарҙы түңкәреп, кәрәҙҙәрҙе лә һындырғылап бөткән.
-Урман һағы хеҙмәте иҫкәртә: айыуҙарҙың әүҙемлеге бик юғары мәл, урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ! Үҙегеҙ ҙә һаҡ булығыҙ, яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртеп ҡуйығыҙ. Айыу менән осрашыу – социаль селтәрҙәр өсөн кадр түгел, ә реаль хәүеф”, - тип иҫкәртәләр Урман хужалығы министрлығынан.
Бынан алда ла Иглин районында ла айыу умарталыҡты туҙҙырғайны.
Фото: Асхат Курмаев | минлесхоз Башкирии.
Автор: Инсаф Хужабирганов