Тәбиғәт
20 Июля , 12:00

"Өс бөртөк ағас, улары ла кәкере, ҡалғаны ҡола дала"

Шүлгәнташ мәмерйәһен күрергә килгән туристар менән аралашыу форсаты тейҙе. Бөрйән, Шүлгәнташ тураһында бына ниндәй фекерҙә улар.   

"Өс бөртөк ағас, улары ла кәкере, ҡалғаны ҡола дала""Өс бөртөк ағас, улары ла кәкере, ҡалғаны ҡола дала"
"Өс бөртөк ағас, улары ла кәкере, ҡалғаны ҡола дала"

Ниндәй генә турист менән һөйләшһәк тә – барыһы ла тәбиғәтте, үҙ илен яратҡан, күп сәйәхәт иткән, күпте белгән, тарихи урындар менән ҡыҙыҡһынған, балаларында ла ошондай сифаттар тәрбиәләргә тырышҡан кешеләр тура килде беҙгә.

Күмертау ҡалаһынан Николай Комлев Мәскәүҙә торған балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен Бөрйән тәбиғәтен күрһәтергә алып килгән.

“Мин Башҡортостанды ныҡ яратам, бөтә иҫтәлекле ерҙәрҙә лә булғанмындыр ул. Күперле шарлауығы, Нөгөш, Һаҡмар үре, Мораҙым тарлауығы – һанап сығырлыҡ түгел. Икенсе төбәктәргә лә сәйәхәткә йөрөйөм. Һәм кем һораһа ла, ҡыҙыҡһынһа ла – “Үҙебеҙҙең Башҡортостандан да матурыраҡ ер бер ҡайҙа ла юҡ!” тип әйтәм. Икенсе өлкәлә йәшәгән дуҫтарым ял итергә саҡырҙылар ҙа, иң матур ерҙәргә алып барырбыҙ, тинеләр. Барҙым – өс бөртөк ағас, улары ла кәкере, ҡалғаны ҡола дала. Бына беҙҙәге ағастарҙы ҡарағыҙ – туп-тура, шәм һымаҡ ҡына үҫкән ғорур ҡарағайҙар, бейек тауҙар, ҡаялар, йәшеллек – бына ҡайҙа ул матурлыҡ! Минең балаларым, балаларымдың балалары ошо хозурлыҡты күрергә өйрәнһен тип уларҙы ла үҙем менән сәйәхәткә алып сығам. Бына ошоно ҡарағыҙ, бында килегеҙ, был үләнде еҫкәп ҡарағыҙ, тип күрһәтеп йөрөйөм инде.

Кешеләр Төркиәгә баралар. Мин дә булғаным бар. Юҡ, сағыштырырлыҡ түгел барыбер. Минең тағы ла яратҡан урыным - Йылайыр районының Юлдыбай ауылында Һаҡмар башы тигән ерҙәге тарлауыҡ. Ундағы таштарҙың матурлығы иҫ китмәле. Ҡояшта ялтырап ҡына яталар. Һәр районда тәбиғәт матурлығы төрлөсә сағыла. Төйәгебеҙҙе яратайыҡ, бысратмайыҡ”, - тине ул.

Күп ерҙәрҙә йөрөгән кеше булараҡ, унан Бөрйәндә сервис кимәле сағыштырмаса нисек булыуы тураһында һораштыҡ. “Мин шәхсән үҙем уңайлыҡтар эҙләмәйем. Кеше тәбиғәткә ял итергә әҙерәк ҡырағай тормошҡа әҙер булып килергә тейеш. Шул юҡ, был юҡ, тип комфорт эҙләүселәргә аптырайым. Булғанына - шөкөр!”.

Төмән ҡунаҡтары

Төмән ҡалаһынан Әбйәлилдәге Яҡтыкүлгә ял итергә килгән Моисеевтарҙың Шүлгәнташты күреү теләге күптән булған. “Алай ҙа килгәнбеҙ, шул хәтлем матур урманлы тәбиғәт, шул хәтлем тәмле таҙа һауа. Юлдар беҙгә ныҡ мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ тойолдо – тауға менәһең дә төшәһең, менәһең дә төшәһең. Юл ситтәрендә йөрөгән аттар, һыйырҙар, һарыҡтар йорт хайуандарын ғүмерҙә лә яҡындан күрмәгән улдарыбыҙ өсөн үҙе бер айырым ваҡиға булды.

Мәмерйәгә һуҡмаҡ буйлап атлап барышлай, “Урал батыр” эпосының һүрәттәре, өҙөктәре менән танышып килдек. Ҡайтҡас, эпосты табып алып, баштан алып уҡып сығыу теләге тыуҙы.

Ғөмүмән, беҙҙе мәмерйәләр ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Мин һөнәрем буйынса геолог, ҡатыным биолог, - ти ғаилә башлығы. - Шүлгәнташтың былтыр ЮНЕСКО-ға инеүе бында килеү теләген тағы ла арттырғайны. Яңы Афон, Көңгөр мәмерйәләрендә, Алтайҙа боронғо кеше тораҡтары тигән ерҙә һәм мәмерйәһендә булғаныбыҙ бар. Мәмерйәләрҙе сағыштырып булмай, әлбиттә, һәр ҡайһыһының үҙ үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, Көңгөр бик тар мәмерйә, ә Яңы Афон эсенән поезд юлдары үтә.

Шүлгәнташ беҙгә ныҡ оҡшаны. Ҙур, тәбиғәттән барлыҡҡа килгән залдар, ҡаттар, боронғо кешеләрҙең төшөргән һүрәттәре һоҡланғыс. Йәнә мәмерйәнең түбәһендә тәбиғи барлыҡҡа килгән һүрәттәр ҙә бар – сысҡан, тәкә мөгөҙҙәре... Һәр кем уларҙы үҙ фантазияһына ҡарап нимәгә оҡшата инде. Артабанғы залдарға айырым түләп инеп була икәнен ишеткәс, малайҙарыбыҙ бик күргеһе килде, әммә алдан иҫкәртергә кәрәк икән. Тағы ла, экскурсоводтар һөйләүенсә, бында боронғо кешеләр күберәк йола үтәргә, ҡорбан килтереү өсөн йөрөгән. Күлдең төпһөҙ булыуы тағы ла һоҡландырҙы. Ғөмүмән, Шүлгәнташ беҙҙең күңелдә ғәжәйеп, серле, сихри мәйерйә булып ҡаласаҡ.

Тағы ла һеҙҙең райондағы Әкиәт мәмерйәһен күрге килә ине, тик интернетта мәғлүмәт тапманыҡ”, - тине төмәндәр. Дөйөм йортобоҙ тәбиғәтте яратайыҡ, һаҡлайыҡ, ошоға балаларыбыҙҙы ла өйрәтәйек, тигән теләктәрен еткерҙе улар.

Бөрйәнгә килгән бөтә туристар ҙа һеҙҙең һымаҡ фекерҙә булһа ине!

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас