

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологик министрлығы 2026-2027 йылдарға һунар итеүҙең яңы ҡағиҙәләре күрһәтмәһе проектын әҙерләне. Документҡа ҡул ҡуйылғандан һуң ҡырағай хайуандарҙың өс төрө буйынса һунар итеү лимиты арттырыласаҡ.
Башҡортостанда һунарсыларға мышыларҙы, илектәрҙе (ҡыр кәзәләрен) һәм айыуҙарҙы күберәк ауларға тәҡдим итәләр.
Был миҙгелдә 3391 мышы (үткән миҙгелдә 3256 ине) алырға рөхсәт ителәсәк. Себер илектәренә квота 3272-нән 3529-ға тиклем, һоро айыуға һунар лимиты 600-ҙән 631-гә ҡәҙәр арттырыла.
Башҡа ҡырағай тереклеккә ҡарата һунар ҡағиҙәләре йәки ҡатылана төшә, йәки элеккесә ҡалдырыла. Мәҫәлән, һеләүһенгә лимит былтырғы кимәлдә – 77 баш. Боланға (пятнистый олень) 16 берәмектән 11-гә ҡалдырырға тәҡдим ителә, бурһыҡҡа – 880-дән 843-кә.
Бынан алда “Башинформ” Башҡортостан биләмәһендә мышыларҙың, илектәрҙең һәм бүреләрҙең һаны артыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Фото: Гульфия Акулова | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.