Тәбиғәт
1 Июня , 04:15

Бөрйән айыуҙары нимә эҙләй?

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Сабит Ғәлин ҡуйған фотоаулағыс бер юлы өс айыуҙы эләктергән! Улар ерҙе соҡоп нимә эҙләй?

Бөрйән айыуҙары нимә эҙләй?Бөрйән айыуҙары нимә эҙләй?
Бөрйән айыуҙары нимә эҙләй?

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүҙәре буйынса, тоҙ һалынған урындың даими ҡунаҡтары, нигеҙҙә, маралдар, илектәр, шулай уҡ айыуҙар, ҡабандар һәм ҡуяндар.

Тоҙ ҡырағай хайуандарҙа төрлө сирҙәргә ҡаршы торорға, минералдарға аслыҡты баҫырға, матдәләр алышыныуын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Бигерәк тә үлән менән туҡланыусы хайуандар йөндәрен ҡойған мәлдә, мөгөҙҙәре үҫкәндә, быуаҙ ваҡыттарында һәм имеҙгәндә, шулай уҡ ауырыуҙар йәки йәрәхәттәр алған ваҡытта тоҙ менән туҡландырылыуға мохтажлыҡ кисерә. Тоҙ һалынған урындар урман йәнлектәре өсөн бик мөһим: тоҙ – уларҙың рационының мөһим элементы, улар уны ҡәҙимге аҙыҡтарҙан һәр ваҡыт ала алмай.

Комментарийҙарҙа айыуҙар, уларҙың ҡылыҡтары тураһында нимәләр беләһегеҙ, шул турала яҙығыҙ. Һеҙ урман хужаһы менән осрашҡанығыҙ бармы? Ул хәл нисек булды?

Сығанаҡ: https://vk.com/shulgan_tash_02

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас