Тәбиғәт
15 Мая , 06:30

Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар ял көндәренә һауа торошо фаразын иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн, 15 майҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы +24, +29 градус буласаҡ.

Шәмбелә һәм йәкшәмбелә, 16 һәм 17 майҙа, шулай уҡ яуым-төшөм күҙалланмай. Төндә +10, +15, көньяҡҡа ҡарай +5 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал, көндөҙ +24, +29 градус көтөлә.

Шөкөр, йылы көндәр ҙә килде. Баҡсаларҙа эштәр гөрләй был көндәрҙә. Һабанда һайрашҡандар ырҙында ыңғырашмаҫ – баҡсаларығыҙ мул уңыш менән ҡыуандырһын!

Автор:Тансылу Багаутдинова