Тәбиғәт
12 Мая , 04:00

Һауа торошо үҙгәрә

Һауа торошо бигерәк тиҙ һәм йыш үҙгәреүсән быйыл. Хәйер, ямғыры ла, йылыһы ла кәрәк шул...

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошо үҙгәрәҺауа торошо үҙгәрә
Һауа торошо үҙгәрә

Бөгөн, 12 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, урыны менән ҡойма ямғырҙар, йәшен фаразлана. Һауа температураһы +17, +22, төньяҡ-көнбайышта +10, +15 градус.

Шаршамбы, 13 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен. Төндә һауа температураһы +6, +11, көньяҡҡа ҡарай +1, көндөҙ +21, +26 градус көтөлә.

Кесаҙна, 14 майҙа, артыҡ яуым-төшөм күҙалланмай. Төндә +8, +13,  таулы райондарҙа +3 тирәһе, көндөҙ +23, +28 градус буласаҡ тип вәғәҙәләй синоптиктар.

Ҡыҫҡаһы, һыуыҡтарҙан һуң йылы, хатта эҫе көндәр фаразлана.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова