Тәбиғәт
8 Мая , 03:55

Әлфиә Юлсуринаның был шөғөлө хаҡында белә инегеҙме?

“Йәшел байлыҡҡа һаҡсыл ҡарайыҡ”.  “Уның фатирына ҡасан инмә, газ плитәһендә мотлаҡ берәй үлән ҡайнатырға ҡуйылған булыр йә өҫтәлдә төнәтмәһе ултырыр, шкафында үлән майҙары теҙелеп торор. Үҙе битлектә булыр. Юҡ, ҡороғор вирустан һаҡланған битлектә түгел, ә үҙе яһаған шифалы ризыҡтарҙан”, - тип яҙа уның хаҡында шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина. Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина үләндәр менән дауалана, үләндәр менән йәшлеген  һаҡлай, ҡыҫҡаһы, үләндәрҙең серен дә, шифаһын да белә һәм  уларҙы йыл әйләнәһенә ҡуллана. Һүҙ Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы Әлфиә ЮЛСУРИНАНЫҢ мауыҡтырғыс шөғөлө хаҡында.

Әлфиә Юлсуринаның был шөғөлө хаҡында белә инегеҙме?Әлфиә Юлсуринаның был шөғөлө хаҡында белә инегеҙме?
Әлфиә Юлсуринаның был шөғөлө хаҡында белә инегеҙме?

“Уның фатирына ҡасан инмә, газ плитәһендә мотлаҡ берәй үлән ҡайнатырға ҡуйылған булыр йә өҫтәлдә төнәтмәһе ултырыр, шкафында үлән майҙары теҙелеп торор. Үҙе битлектә булыр. Юҡ, ҡороғор вирустан һаҡланған битлектә түгел, ә үҙе яһаған шифалы ризыҡтарҙан”, - тип яҙа уның хаҡында шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина.

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина үләндәр менән дауалана, үләндәр менән йәшлеген  һаҡлай, ҡыҫҡаһы, үләндәрҙең серен дә, шифаһын да белә һәм  уларҙы йыл әйләнәһенә ҡуллана.

Һүҙ Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы Әлфиә ЮЛСУРИНАНЫҢ мауыҡтырғыс шөғөлө хаҡында.

 

– Әлфиә, һинең төрлө үлән­дәр менән дауаланыуыңды күптән беләм. Бындай ҡыҙыҡ­һыныуың юҡтан барлыҡҡа килмәгәндер?

– 1996 йылда Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт филармония­һында эшләй башланым. Бер йылдан сирләп киттем. Ауырыйым да ауырыйым. Дүртөйлө яҡтарына һабантуйға барғанда бер тоҡсай әрем йыйып алып ҡайттым да эсә башланым. Юшҡынды йыуған һымаҡ, тын юлдарымды таҙартты. Тағы ниндәй үләндәр ярҙам итә икән, тип өйрәнә башланым. “Кейәү үләне шифалы” тип уҡыным. Уны йыйҙым. Эстем, сөйәл үләне хаҡында белдем. Уны ла ҡулландым. Шулай итеп, ошо өс үләндең дауаһын күрҙем. Оҙаҡ ауырыманым. Ун өс йыл һин дә мин йөрөнөм. Аҙаҡ тағы сир ҡалҡып сыҡты. Тағы үләндәрҙе өйрәнә башланым. Үҙебеҙҙең Бөрйәндәге ишек алдында үҫкән үләндәрҙән салат та яһап ашаным.

 

– Һеҙҙең өйөгөҙҙә булғанда ихатағыҙҙың эсендәге баҡса­ғыҙҙа үҫеп ултырған боланутты күреп иҫем киткәйне. Сәсеп үҫтергән сәскәләр кеүек алһыу булып, әллә ҡайҙан балҡып ултыралар ине…

 

– Эйе, әллә ҡайҙа барып йөрөйһө лә юҡ, өйҙән сыҡ та йыйып ал. Бынан тыш, бәпембәһе лә, юл япрағы ла, кесерткән дә, сөйәл үләне лә, арыҫлан ҡойроғо ла, дегәнәк тә үҫә. Өй аръяғы тулы дауа. Шифаһын белеп кенә тотон.

 

– Һин миңә күп йылдар элек Салауат ҡалаһындағы үләнсе апайҙы эҙләп барыуыңды һөй­лә­гәйнең.

– Ул апайҙы миңә Ишембайҙағы дуҫтар тәҡдим итте. Фариха исемле ине ул. Барҙым ҡалаға. Өйөн эҙләп таптым. Ике бүлмәле фатирҙа йәшәп ята. Карауат менән өҫтәлдән башҡа бер нәмәһе лә юҡ. Өй эсе тулы – үләндәр. Ул миңә күп нимәләр хаҡында һөйләне, үҙемә генә кәрәкле үләндәрҙе кәңәш итте. Ҡыр сәйе (буквица) тигән үлән хаҡында тәүгә ишеттем. Уны табыуы ауыр хәҙер. Рим Әхмәдовтың яҙмаларынан ҡарап уҡыным. “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән икән. Ауыл ерендә мөйөш һайын үҫеп ултырған әрһеҙ дегәнәктең дә шифаһы бик күп булыуын белдем. Уның бөтә өлөшө лә файҙалы.

Үләндәрҙе төрлөсә ҡулланырға мөмкин. Сөйәл үләнен, мәҫәлән, араҡыға йәки спиртка һалып, төнәтмәһен эшләйем. Ҡороғор вирус менән сирләгән бик күп әхирәттәремә лә бирҙем.

Һары мәтрүшкәнән май яһайым. Банкаға тултырам да өҫтөнә таҙартылмаған үҫемлек майы һалып, 40 көнгә ҡояшҡа ултыртып ҡуям. Аҙаҡ үләнен һөҙөп алып, майын ғына ҡалдырам. Башҡа үләндәрҙән дә май яһарға була. Тамаҡ ауыртҡанда, стоматит яфалағанда мамыҡлы таяҡсаны шуға тығып алаһың да, тамаҡҡа, аңҡауға һөртөп ебәрһәң, компресс һымаҡ була.

 

– Өҫтәлеңдә уҫаҡ ҡайырыһы йыш күренә…

– О-о, уның шифаһы шул тиклем күп. Дарыухананан ике ҡап алып эстем инде. Бөрйәндән Илшат ҡустым да күп итеп ебәрҙе. Ҡандағы шәкәрҙе кәметә, организмда матдәләр алмашыныуын көйләй, яман шешкә, быумаға ҡаршы дауаһы бар, тын юлдарын, простатитты дауалау өсөн файҙалы. Өс ҡалаҡ ҡайырыны ярты литр һыуҙа өс минут ҡайнатам да, тондорғандан һуң эсәм. Тәме әремдеке һымаҡ әсе.

 

– Тәбиғәттә бөтә әсе нәмә файҙалы тигәндәрен ишеткәнем бар минең дә…

– Уҫаҡты юҡҡа ғына “ғүмер ағасы” тип әйтмәйҙәрҙер инде. Уның япраҡтарын йыйып, биҙрәгә эҫе һыу һалып, аяҡтарҙы тығып ултырһаң, һыҙлауы бөтә. Минең әсәйемдең апаһы Таҡыя инәйем ғүмере буйы һауынсы булып эшләне. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. 92 йәшкә хәтлем йәшәне. Ул ошо дауаны ҡуллана ине. Ҡыҙы Дилә лә әсәһен үләндәр менән генә йүнәлтеп ала торғайны.

 

– Уҫаҡ япраҡтары менән дауаланыу буйынса данлыҡлы әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тә кәңәш­тәрен әйтеп ҡалдырған бит.

– Беҙҙең Бөрйән яҡтарында яҙғыһын малдар уҫаҡ ҡайырыһын кимерә. Тимәк, уларға ла витамин етмәй.

Үләнгә сыҡһам, ҡомһоҙланып күп итеп йыймайым, үҙемә етерлек кенә итеп йыям. Баллыҡайҙы (медуница) үпкәгә бик шифалы, тиҙәр. Мин уны кәзә һаҡалы менән бергә эсәм. Шулай иткәндә көсө икеләтә арта. Еркәүекте йыйырға тырышам. Уны тәбиғи аспирин тиҙәр. Арыҫлан ҡойроғона ҡайнар һыу һалам да үткәндә-һүткәндә эсеп йөрөйем. Пәйғәмбәр тырнағының бауырға шифаһы бар, йәбешкәк (репешок) йә йылан тамыры ла (шалфей), еҙ төймә лә (пижма) һәйбәт дауа.

 

– Битлектәрең хаҡында ла һөйләшеп алайыҡ әле…

– Тәүҙә аҡсәскә (ромашка) тураһында әйтеп үтәйем. Уны ҡайнатам да, һыуын боҙ туңдыра торған һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуям. Төрлө нәмәләр менән битлек яһағандан һуң, йылы һыу менән йыуғас, әлеге шифалы үлән төнәтмәһенең боҙо менән биткә массаж яһайым. Ул битте шымарта, туҡландыра.

Үҙем яһаған бер нисә битлек рецебын әйтәм. Бәлки, берәйһенә кәрәге тейер. Бананды иҙәм, шуға бер ҡалаҡ ҡаймаҡ һалам, сәй ҡашығы менән дөгө оно ҡушам да, бөтәһен бергә бутап, шуны биткә һөртәм. 20 минут ятҡас, йылы һыу менән йыуып, баяғы боҙ менән йөрөтөп сығам.

Йомортҡа һарыһына камфора майы ҡушып та битлек эшләйем, аҡсәскә тирене ағарта.

 

– Собханалла, ошо олпат йәштә битеңдә лә, ҡулыңда ла ҡартлыҡ таптары бөтөнләй юҡ. Йәш күренеүеңдең серен дә уртаҡлашмаҫһыңмы?

– Мин мунса яратам. Ә мунса – йәшлек һәм һаулыҡ. Унда нимә менән генә ыуынмайым: кофе, бал, шәкәр… Айырыуса шәкәр менән ыуынғандарҙа әлеге таптар булмай. Миндек менән сабынырға ла әүәҫмен.

 

– Сәстәрең дә ялтырап тора…

– Бөтә нәмәгә лә тәрбиә кәрәк инде. Һуған ҡабыҡтарын бер банкаға тултырам да өҫтөнә араҡы ҡоям, тағы 5-10 бөртөк ҡәнәфер ҡушам. 21 көн ултыртҡандан һуң, сәстең төптәренә һөртөп сығам, шул килеш бер-ике сәғәт йөрөйөм. Сәс нығына, ҡойолмай ҙа.

Ҡан тамырҙарын таҙартыу буйынса ла күптәр ҡулланған сараны файҙаланам. 200 грамм һарымһаҡҡа 300 грамм спирт һалып, 14 көн тотҡас, берәр тамсылап һөт ҡушып эсәм. Көн дә тамсыларҙы арттыра барып, ҡырҡҡа еткергәс, көн дә кәметә барып, дауалау курсын бөтөрөп ҡуяһың. Уны биш йылға бер тапҡыр эсһәң дә була. Ҡан ҡуйырмаһын өсөн туҡранбаш та эсәм.

Һарымһаҡты ла бик яратам. Ҡыяғын (орлоҡланған һабағын) ит турағыс аша үткәреп, туңдырып ҡуям. Уны салатҡа ла ҡушам, икмәк өҫтөнә һылап та ашайым.

Элек беҙҙең ялыбыҙ ике ай тирәһе була ине. Быйыл һаман гастролдәрҙә йөрөйбөҙ. Үлән йыйырға ваҡыт юҡ. Үләндәрҙең дә һәр береһенең үҙ ваҡыты бар. Алла бойорһа, хаҡлы ялға сыҡҡас, тик үләндәр менән генә булышасаҡмын. Әле лә яйы тура килгәндә, форсат сыҡҡанда йыйып ҡалырға тырышам. Гел генә дарыуҙар ашап булмай бит, үләндәрҙең дә шифаһы етерлек. Дауа – үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында. Бигерәк тә Башҡортостанда. Һәр миҙгелдең үләнендә – шифа. Тик эйелеп өҙ ҙә дауаһын күр. Үҙең йәшәгән ерҙәге үләндәрҙең генә файҙаһы тейә, тиҙәр. Тәбиғәттең беҙгә биргән шифаһының дауаһын күрәйек. Тик ҡайһы бер кешеләр шикелле тамырынан йолҡмайыҡ. Килер быуындарға ла файҙалы үләндәребеҙ ҡалһын тиһәк, ялан-ҡырға ҡайсы менән сығып, ҡырҡып ҡына алайыҡ. Бигерәк тә, кейәү үләнен йыйыуы ҡыйын, алам тиһәң, тамыры менән йолҡона ла сыға. Киләһе йылға был урында үҫмәйәсәк бит. Бигерәк тә үлән һатып аҡса эшләүселәргә ҡағыла был өгөт-нәсихәт. Көтөүҙә йөрөгән малдар ҙа тәмле, файҙалы үләндәрҙе һайлап ҡына ашай. Беҙ ҙә тыуған еребеҙҙең йәшел байлығына иғтибарлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәттә булайыҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Сығанаҡ: https://vk.com/tamasharb

 

Автор:
Читайте нас