Тәбиғәт
6 Мая , 04:40

Аҙнаның икенсе яртыһында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Майҙа һыуыҡ булһа, игенгә туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ, тиһәләр ҙә, майҙың күңелгә майҙай яғылыуын көтәбеҙ шул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙнаның икенсе яртыһында ниндәй һауа торошо көтөлә?Аҙнаның икенсе яртыһында ниндәй һауа торошо көтөлә?
Аҙнаның икенсе яртыһында ниндәй һауа торошо көтөлә?

Бөгөн, 6 майҙа, көндөҙ +20, +25 градус көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы ихтимал.

Кесаҙна, 7 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы мөмкин. Төндә +4, +12, көндөҙ +21, +26 градус йылы фаразлана.

Йомала, 8 майҙа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар ихтималлығы һаҡлана. Төндә +7, +12, көндөҙ +18, +23 градус йылы күҙаллана.

“Башинформ” мәғлүмәттәре ҡулланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова