

Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙе алышынып тороусан һауа торошо көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар буласаҡ. Аҙна уртаһына һауа температураһының яйлап күтәрелеүе көтөлә.
Бөгөн, 4 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар күҙаллана. Көндөҙ +13...+18 градус буласаҡ.
Иртәгә, 5 майҙа, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, ел фаразлана. Төндә 0, +5, көньяҡ райондарҙа +10 тирәһе, көндөҙ +15... +20 градус буласаҡ.
Шаршамбыла, 6 майҙа, шулай уҡ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, һауа температураһы төндә +6... +11, көндөҙ +17...+22 градус көтөлә.
Ер дымға туйынды, шөкөр. Имен, тыныс көндәр барығыҙға ла!
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.