

Данлыҡлы Йылҡысыҡҡан күленә юл аша ятҡан Ығышма күленең һыуы бер төндә ҡапыл юҡҡа сыҡҡандан һуң күл башҡа һыу менән тулмай аптыратҡайны. Эсе ағас-фәлән менән тулған ярайһы ғына тәрән соҡор ғына өңрәйеп, йәнде өшөтә ине.
Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр ишетелде – күл йәнә үҙ асылына ҡайта башлаған, йәғни өңрәйеп эсте бошороп торған соҡорҙа һыу хасир булған.
Ығышма күле быға тиклем дә халыҡты бер нисә тапҡыр шулай “йәшенмәк” уйнап аптырауға һалғаны булған.
Инде һыуы юғалмаһын, күҙҙәй тулы булып ҡыуандырһын Ығышма.
Эйе, тәбиғәттең үҙ закондары, үҙ серҙәре.
(https://vk.com/telekanal_salyam сығанағы фотолары файҙаланылды).