

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан саҡ. Бер көндө Сабит исемле иптәшем менән тәпәйләп Зарифа йәйләүенән Третий йәйләүенә киттек. Тау үрмәләп, ҡалын ҡарағай урманы аша үткәс, асыҡлыҡҡа сыҡтыҡ. Тегендәбында өйкөм-өйкөм үҫкән тал ҡатыш муйыллыҡтар күренә ине. «Былтыр ошо ерҙә велосипедта китеп барғанда инә айыуға осраным, – тип ҡапыл һүҙгә килде Сабит. – Улар минең юлды быуып, нимәлер соҡсоналар ине. Ни эшләргә? Тау аҫтына табан барғанда туҡтап, кире боролоуы ла анһат түгел. Юлдан сығып, берәй ағас түмһәгенә барып бәрелеүең дә ихтимал. Ни булһа ла булыр, тип тегеләрҙең эргәһенән шыжлап үттем дә киттем». «Булмаҫ, бер ҙә ысынға оҡшамаған. Велосипед менән нисек балалы айыу эргәһенән үтеп китәһең инде?» – тим иптәшемә. «Береһе лә ышанмағас, әллә был хәл төштә генә булдымы икән?» тип үҙем дә икеләнә башланым. Бына ошо юл, ҡаршылағы муйыллыҡ...» «Ә айыуҙары ҡайҙа һуң?» – тип Сабитты сәмләндерәм. Ҡапыл артыбыҙҙан эйәргән килбәтһеҙ ҙур кәүҙәле һап-һары Верный исемле этебеҙ шыңшып, ҡойроғон бот араһына ҡыҫып, аяҡ араһында бутала башланы. Танауға һаҫыҡ еҫ килеп бәрелде. «Айыу!» Сабиттың был һүҙенән ҡапыл ҡотом алынды. Кире килгән юлдан һыпыртырға уйлап ҡуйҙым. Ләкин иптәшемдең тыныс йөҙөн күреп, бер аҙға тынысландым (урманда йөрөгәндә иң мөһиме – ышаныслы иптәшең булыу). Алдағы муйыллыҡтан бер-бер артлы быйылғы ике, былтырғы бер балаһын (ябаҡ) эйәртеп, инә айыу килеп сыҡмаһынмы! Беҙ, ҡотобоҙ осоп, ҡатып ҡалдыҡ. Улар эргәләге урманға йән-фарман сабып инеп китте. «Хәҙер ышандыңмы инде? – тип иптәшем көлөмһөрәр гә көс тапты. – Мин һөйләгән таныш айыуҙар ул. Былтырғы бер балаһын юғалтҡан, ахырыһы. Бәлки, ул үҙе әсәһенән айырылғандыр. Ҙурайған балаһын эйәртеп йөрөүсе айыуҙар һирәк осрай ул». Третий йәйләүенә барып еткәс, юлдағы ваҡиғаны кешеләргә һөйләп ҡарағай ныҡ, ышаныусы булманы. Шул йәйләүҙә йоҡлап, иртән кире боролдоҡ. Теге әрәмәгә яҡынлаш ҡас, ҡыҙыҡһы ныуыбыҙҙы еңә алмай, муйыллыҡ араһына инеп киттек. Унда яртылаш ашалған һәм һаҫып, себенләп бөткән ҙур ғына һыйыр үләкһәһе ята ине. Айыу был һыйырҙы ике-өс көн алда йыҡҡанға оҡшай. Ул, ғәҙәттә, ҡорбанын үлтергәс, ҡанын эсә лә, бер нисә көн килмәй тороп, һөрһөтөп ашай. Ирекһеҙҙән күҙем эргәмдә генә ултырған муйыл башындағы ҡара нәмәгә төштө. Теклә берәк ҡараһам, айыу балаһы ултыра! Уны иптәшем дә күреп ҡалған. «Ҡастыҡ, тиҙерәк ҡастыҡ! Инәһе хәҙер беҙҙең кәрәкте бирә», – тип мине алға табан этте. Беҙ әрәмәлектең бер яғынан йән-фарман йүгереп килеп сығыуға, икенсе осонда айыуҙар ҙа күренде. Әммә был юлы ла уларҙы фотоға төшөрөп булманы. «Әйҙә, кисен ошо айыуҙарға һунарға киләйек», – тип Сабит дыуамал һүҙ әйтеп ҡуйҙы. Миндә лә ҡапыл һунар ҡомары тоҡанды. «Әйҙә һуң, мылтыҡты ҡайҙан алабыҙ?» «Еҙнәйем ауылға ҡайтып киткән шикелле. Шуның мылтығын сәлдерәбеҙ ҙә...» Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Эңер төшөр-төшмәҫ әлеге емтек ятҡан әрәмәлек эргәһендәге тарбаҡ-тарбаҡ ботаҡлы ҡарағайҙа айыу атырға әҙерләнеп ултыра инек инде. Иптәшем ҡуш көбәкле мылтыҡты яһайым тип патронташты асҡайны... ах итте. Унда бер гильзаға ғына пуля тултырылғайны. Ҡалған гильзаларҙа – эреле-ваҡлы дробтар. «Бер пуля менән дүрт айыуға һөжүм итәбеҙ инде?» – тип борсолған Сабит: «Берәй әмәле табылыр», – тип үҙен-үҙе тынысландырҙы. Ә миңә айыуҙы атыуға ҡарағанда фотоға төшөрөп алыу мөһимерәк ине. Һиҙҙермәй генә ҡараңғы төштө. Һәр бер ҡыштырлауға ҡолаҡ һалып, оҙаҡ ултырҙыҡ. Тән бер төрлө ултырыуҙан ҡата, ойой, һыҙлай башланы. Ағастан һикереп кенә төшөр инек тә, аҫта айыу аңдып тора һымаҡ. Нисек булһа ла ағастан төшөргә кәрәк. Етмәһә, ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Таңға тиклем ағас башында ултырһаҡ, һыуыҡ алдырасаҡбыҙ. Ләкин ергә төшөргә әмәл тапмайбыҙ. Ҡапыл ҡараңғы юлдан килеүсе аяҡ тауыштары ишетелде. Ҡот әҫәре ҡалманы. Сабит мылтығын тауыш кил гән яҡҡа тоҫҡаны. Аяҡ тауыштары яҡынайғандан-яҡынайҙы. Йәй ләү йәш тәренең һөйләшкән, көлөшкән тауыштары ла ишетелгәс, тәнгә йылы йүгерҙе. Беҙгә генә ҡалтыранып ултырырға тимәгән, улар ҙа ҡурҡып алһын, тип ағас ботаҡтарын һындыраһындыра төшә башланыҡ. Шау-гөр килгән йәштәр бер аҙға тынып ҡалды. Һуңынан, ҡоттары осоп, яҡындағы йәйләүгә һыпырттылар, беҙ ҙә улар артынан төштөк. Шулай итеп, кемуҙарҙан баҫтырышып, йәйләүгә килеп индек.
Йәнә шул уҡ әрәмәлек янынан китеп барабыҙ. Шырлыҡ араһынан алыҫтан ғына таш ырғытырға тотондоҡ. Һәм таныш айыуҙар әрәмәлектән сабып килеп тә сыҡты. Был юлы фотоға төшөрөргә әҙер инем. Фотоаппарат айыуҙарға тоҫҡалды...
Флүр Ғазин, фоторәссам, яҙыусы.