Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
1 Апрель , 14:50

Алда ниндәй һауа торошо көтөлә?

Республикала синоптиктар көн дә температура рекордтарын теркәй.

Алда ниндәй һауа торошо көтөлә?
Алда ниндәй һауа торошо көтөлә?

31 мартта Өфө-Дим метеостанцияһында +17° булған, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. 2009 йылда тап ошо көндә +14,3° теркәлгән.

Был иһә республикала март айында етенсе температура рекорды. Метеорологтар аномаль эҫелекте Урта Азия далаларынан һәм сүллектәренән килгән һауа массаһының таралыуы менән аңлата.

Бөгөн, 1 апрелдә, көндөҙ +15, +20° тиклем йылы булыуы фаразлана. 2 һәм 3 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә  +1,+6°, урыны менән -4°, көндөҙ +12, +17°.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 5 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһының норманан 8-10 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас