Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән томан. Ел үҙгәреүсән талғын. Көндөҙ һауа температураһы +2,+7°, ҡайһы бер райондарҙа +8°, +13° буласаҡ.
Кесаҙна, 19 март, яуым-төшөмһөҙ. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ булыуы мөмкин. Ел көньяҡтан талғын. Төндә һауа температураһы -2 градустан -7 градусҡа тиклем булыуы көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа -12 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көндөҙ +2°С, +7°С, таулы райондарҙа +12° тиклем күтәреләсәк.
Йома, 20 мартта, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртәнсәк тайғаҡ буласаҡ. Ел көньяҡтан талғын. Төндә һауа температураһы -2, -7 градусҡа тиклем төшөүе көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа -12 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көндөҙ +2, +7 градус, таулы райондарҙа +12 градусҡа тиклем етәсәк.
Яҙҙың тандыр килгәне яҡшы. Алла бирһә, боҙҙар ҙа мәлендә генә китһен, һыу ҙа артыҡ шашмаһын инде. Бәлә-ҡазаларҙан Хоҙай үҙе аралаһын.
Әйткәндәй, боҙ китергә уйламаһа ла, сереп, ватылып ята. Айырыуса балаларҙы бәлә-ҡазанан һаҡлайыҡ – уларғы был хаҡта даими иҫкәртеп торайыҡ.