Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
17 Март , 14:55

13 йәшлек малайҙың һәләкәте

Хәл былай була: Салауатов Зәкир тигән кеше улы Ғәлимйән менән Бәләкәй иген түше тигән ерҙә ауыл һыйырын көтөп йөрөһәләр, теге йыртҡысты аңғарып ҡалалар ҙа тиҙ генә йыуан ҡарағайға үрмәләйҙәр. Малай өҫтә, Зәкир балтаһын тотоп аҫтараҡ ултыра. “Айыу!,” “Айыу ашай!”тип яман итеп һөрәнләйҙәр. Арҡа яғында йөрөгән Салауатов Моталип тегеләрҙең тауышын ишетеп, яҡынлаһа, күрә: ысынлап та ҙур ҡара айыу ҡамаған тегеләрҙе...

13 йәшлек малайҙың һәләкәте
13 йәшлек малайҙың һәләкәте

Нәби ауылынан 1937 йылғы Рәхмәтуллин Дәүләтбай ағай һөйләй:
—Беҙ Мәһәҙей ауылы эргәһендә юл эшләп ята инек. Берәү, исемен онотҡанмын, барып иҫкәртеп китте: “Ғылмияза еңгәйҙең улын айыу ашаған, урманда һаҡ йөрөгөҙ, айыу ташланһа, көрәк менән ҡаршы тороғоҙ!”--тип. Ауылығыҙҙа ҡайғы бар, тип беҙҙе ҡайтарҙылар. Ҡайтыуыбыҙға малайҙы ерләгәндәр ине. Булат исемле ине ул, 1938 йылғы, 13 йәшлек. Йырға оҫта малай булды, һыйыр көтөргә сығып барғанында ла зыңғырлатып йырлап бара торғайны. Әсәһе Ғылмияза еңгәй менән ауыл көтөүен көттө улар. Айыуҙы аңғарып ҡала ла еңгәй Булатты һырғый ҡайынға мендереп ебәрә, ә үҙе бер төптән сыҡҡан талдарға үрмәләй. Айыу һыйырҙар араһында еҫкәнеп, темеҫкенеп йөрөй-йөрөй ҙә малайҙы күреп ҡала. Малай улай ҡурҡыныстыр тип уйламайҙыр инде, ағасҡа айыуҙың буйы еткән тиклем генә менгән була, теге йыртҡыс ажғырып килеп малайҙы ботонан һөйрәп төшөрә лә, биленән тешләп һелкетә башлай. “Әс!”тип кенә ҡала малай, бүтән һүҙе сыҡмай. Билен һындырған булғандыр инде. Һөйләүҙәренсә, эсәктәрен сығарған, бот иттәрен һыҙырып ашаған. Еңгәйҙең ҡысҡырыуына ауылдан йүгерешеп сығалар. Бынауында, ауылдан өҫтә, арҡала ғына була бит ул хәл. Кешеләр тауға күтәрелеүгә айыу киткән була. Малайҙы тент һымаҡ материалға һалып, сәңгелдәк һымаҡ итеп дүрт мөйөшөнән тотоп күтәреп алып ҡайтҡандар. Өйөнә алып ҡайтып еткерә алмағандар бахырҙы, юлда йән биргән.
Ғылмияза еңгәй был мәлдәрҙә йәш кенә тол ҡатын ине. Ире Хисмәтуллин Фәйзулла ағай һуғышҡа китеп һәләк булған була.
Берҙән бер бөртөк балаһынан да яҙғас, ҡара ҡайғыға батып, аяныслы тормош менән йәшәне яңғыҙ ҡатын. Тик уны уйлаған, йәлләгән кеше булды микән ул заманда, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә ине бит. Бөтә ауырлыҡ яңғыҙҙар иңенә төштө. Фермала ла эшләне, ауыл һыйырын да көттө еңгәй. Һуңынан ғына Байназар ауылына тормошҡа сығып аҙыраҡ рәтле тормош күреп мәрхүмә булып ҡалды. Үлеүенә лә 15 йыл самаһы инде.
Был ваҡиғана һуң кешеләрҙе айыу атыуға йәлеп иттеләр. Военныйҙар килде ҡырҙан, район охотниктарын да сығарҙылар. Ике сельсоветта—Байназарҙа һәм Ҡыпсаҡта ике группа айыу атыусылар ойоштороп, ике айыу атып алдылар. Ҡара төҫтәге түше аҡ шул ике айыу 4 кешенең башына етә. Ул айыуҙар, минеңсә, һуғыш барған ерҙә кеше итен ашап өйрәнеп, һуғыштан ҡасып беҙҙең яҡтарға килеп сыҡҡан булһа кәрәк. Үҙебеҙҙең һунарсылар иҫтә ҡалған: береһе Бөрйәндән Вәлитов Мифтах ине, здоровый булды, һары йөҙлө кеше ине. Икенсеһе Ябаҡ ауылынан Ишдәүләтов Заһит тигән ҡарт.

 

Байназар ауылынан 1931 йылғы Ишҡыуатов Барый ағай һөйләй:
—Ул аҡтүш айыуҙарҙың береһен беҙҙең ауылдың данлыҡлы һунарсыһы Ҡарағолов Әшрәф ағай атып алды. Хәл былай була: Салауатов Зәкир тигән кеше улы Ғәлимйән менән Бәләкәй иген түше тигән ерҙә ауыл һыйырын көтөп йөрөһәләр, теге йыртҡысты аңғарып ҡалалар ҙа тиҙ генә йыуан ҡарағайға үрмәләйҙәр. Малай өҫтә, Зәкир балтаһын тотоп аҫтараҡ ултыра. “Айыу!,” “Айыу ашай!”тип яман итеп һөрәнләйҙәр. Арҡа яғында йөрөгән Салауатов Моталип тегеләрҙең тауышын ишетеп, яҡынлаһа, күрә: ысынлап та ҙур ҡара айыу ҡамаған тегеләрҙе! Аты менән йән-фарман ауылға саба был. Был мәлдә какрас Өфөнән килгән автоматлы һалдаттар ауылда була. Мифтах менән Әшрәф тә бында. Сабалар былар Тирмән аша теге ергә. Айыу кешеләр килеүен һиҙепмелер, Ҡайынөй яғына шылған була. Былар юлын эҙәрлекләп баралар. “Эшкинмәгән, асыҡ ауыҙҙар, автомат менән айыуҙың аяғы аҫтына пуль һиптереп тик торалар”,— тип көйәләнгәне хәтерҙә Әшрәф ағайҙың, теге йәш һалдаттарҙы битәрләп. Үҙе карабин менән бер нисә атыуҙа йыға теге тайыш табанды. Ауылға алып ҡайталар. Сельпо магазины алдына һалдылар уны. Бик ҙур, ҡара төҫтәге аҡтүш айыу ине. Бөтә халыҡ килеп ҡараны.

"Бөрйән айыуҙары,
йәки уларға бәйле ысын булған ҡайһы бер ваҡиғалар-1" тигән яҙмаларҙан өҙөк.

Мөнир Фәйзуллин,
хаҡлы ялдағы тарих уҡытыусыһы.

(Фото "Шүлгән-Таш" ҡурсаулығының социаль селтәрҙәге төркөмөнән).

Автор:
Читайте нас