Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Март , 11:40

Ҡапҡан һалдым күк бүрегә...

– Ғүмеремдә бөтәһе 15 бүре алдым, – тине Вәкил әңгәмә башында. –  Дүртәүһен – тере көйөнсә. – Нисек инде? – тип аптырайым. – Һыбай баҫтырып, ҡороҡлап тотоп. – Булмаҫ! Ышанмауымды аңлағас, был хаҡта бәйнә-бәйнә тасуир итергә тотондо Вәкил: – Ауыл тирәһенә бер өйөр бүре килеп киткәнен эҙҙәренән һиҙгәйнем инде. Атҡа ултырҙым да, һыбай ҡыуырға төштөм. Яурында – мылтыҡ, ҡулда – осона ҡороҡ бәйләнгән оҙон ғына һайғау, кеҫәлә бүрене бәйләр өсөн ныҡлы бау ҙа бар... – Ниңә атып ҡына алмаҫҡа? Тереләй тотоу хәүефле бит? – тип һаман да ышана алмайым. – Аттың да алдың – бындай һунарҙың ҡыҙығы юҡ. Борон суҡмар менән һуғып алғандар, ә мин тереләй тотам, – тине ул, мине бөтөнләй аптырашта ҡалдырып. – Ҡар тәрән генә булыуға ҡарамаҫтан, ат ырамлы саба...

Ҡапҡан һалдым  күк бүрегә...
Ҡапҡан һалдым күк бүрегә...

Борон ата-бабаларыбыҙ бүрене һыбай баҫтырып, суҡмар менән һуғып алған. Ул ваҡытта халыҡ бик тә ғәйрәтле булған шул. Ашағаны – ит, эскәне – ҡымыҙ. Саф һауа һулап, таҙа һыу эскәс, ауырыуҙың ни икәнен дә белмәгән, үҙен ысын мәғәнәһендә тәбиғәт балаһы итеп тойған әҙәм. Әммә йәшәйеш ҡанундары етеҙ тиҙлек менән үҙгәрә. Бөгөн бөтөнләй башҡа төрлө шарттарҙа ғүмер кисерәбеҙ. Һәм күптәр был үҙгәрештәрҙе ыңғай тип баһалай. Шулай ҙа тынсыу таш йорттарҙа йәшәүебеҙҙе, крандан әҙер һәм шул уҡ ваҡытта бысраҡ һыу эсеүебеҙҙе, газлы, ағыулы һауа һулауыбыҙҙы, телевизорға, компьютерға, телефонға текләп, хәрәкәт­һеҙ ултырыуыбыҙҙы иҫәпкә алғанда, кешелек тормошондағы үҙгәреш­тәр әллә ни ҡыуандырырлыҡ түгел. Ә инде бүрене һыбай баҫтырыр өсөн хәлебеҙ ҙә, ҡыйыулығыбыҙ ҙа етмәйәсәк. Һунар­сымын тип мылтыҡ тотҡандарҙың бар донъяһын онотоп мөхәббәт йыры йырлаған һуйыр-ҡорға, өңөндә етенсе төшөп күреп тәрән йоҡоға талған айыуға, бәлки, миңә теймәҫ, тип һаҡһыҙлығын юғалтҡан мышы-ҡоралайға ғына көсө етә бөгөн.

Урмандарҙа бүре шашына. Ҡоралайҙарҙы көтөүе менән юҡҡа сығарып, хәтһеҙ мышы-маралдың башына етеп, туҡла­нырлыҡ йән эйәһе ҡалмағас, ауылға ла йышыраҡ һөжүм итә башланы улар. Аяуһыҙ йыртҡыстарҙың кәртәгә инеп, малды тамаҡлау, эттәрҙе ҡырыу күре­нештәре һәр ауылда тиерлек булып тора. Ул ғына ла түгел, бүреләрҙең әҙәмгә ташланыу осраҡтары ла билдәле. Бынан    20 – 30  йыл элек нәҡ ошо ҡанһыҙ йыртҡыс­тар арҡа­һында Бөрйән районының урман хужалығы участкаларының береһендә эшләүсе ҡарауылсының ғүмере өҙөлдө. Будкаһынан сығып, һыуға барған арала бүреләр ҡамап та алған тегене. Меҫкендең быймаһында ғына ит киҫәктәре ҡалған.

Ағиҙел ҡасабаһында ла бүреләрҙең өйөрө-өйөрө менән йөрөгәне булды. Бер төндө минең кәртә-ҡурамды «тикшереп» сыҡҡандар, мал аҙбарының ишеген кимереп маташҡандар. Шул уҡ өйөрҙө эңерҙә ауыл уртаһында ла шәйләп ҡалғандар. Әммә ауыл халҡы юл уртаһында аунаған иҫерек әҙәм эргәһендә сыуалған бүре­ләрҙе эт өйөрө тип ҡабул иткән. Әгәр ҙә шул мәлдә машина килеп сығып, ут яҡтырып, йыртҡыстарҙы өркөтөп ебәрмәһә, бүре ҡорһағында ятыр ине меҫкен иҫерек бәндә.

Шулай итеп, «урман санитарҙары» йылдан-йыл ишәйә. Ололар әйтеүенсә, һуғыш йылдарында ла бүреләр бөгөнгөләй күп булған. Ә инде был йыртҡысты аулау өсөн таһыллыҡ та, оҫталыҡ та, дәрт тә талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүрегә ҡаршы сыға алырҙай көслө һунарсылар һирәк хәҙер. Шулай ҙа бар ундайҙар. Исламбай ауылында йәшәүсе Вәкил Мырҙағолов – тап шундай ғәйрәтле һунарсыларҙың береһе. Әйткәндәй, Вәкилдең олатаһы Низаметдин бабай ҙа оҫта һунарсы булараҡ шөһрәт ҡаҙанған, йөҙҙәрсә айыу-бүре алған кеше. Билдәле рәссам А.  Кузнецов уға арнап картина ижад иткән. Рәссамдың «Бөрйән айыусыһы» тип аталған был эше Мәскәү ҡалаһының Третьяков галереяһында һаҡлана. Гәзит уҡыусылар иғтибарына ошо билдәле һунарсының ейәне менән һөйләшеүҙе тәҡдим итәм.

– Ғүмеремдә бөтәһе 15 бүре алдым, – тине Вәкил әңгәмә башында, –  дүртәүһен – тере көйөнсә.

– Нисек инде? – тип аптырайым.

– Һыбай баҫтырып, ҡороҡлап тотоп.

– Булмаҫ!

Ышанмауымды аңлағас, был хаҡта бәйнә-бәйнә тасуир итергә тотондо Вәкил:

– Ауыл тирәһенә бер өйөр бүре килеп киткәнен эҙҙәренән һиҙгәйнем инде. Атҡа ултырҙым да, һыбай ҡыуырға төштөм. Яурында – мылтыҡ, ҡулда – осона ҡороҡ бәйләнгән оҙон ғына һайғау, кеҫәлә бүрене бәйләр өсөн ныҡлы бау ҙа бар...

– Ниңә атып ҡына алмаҫҡа? Тереләй тотоу хәүефле бит? – тип һаман да ышана алмайым.

– Аттың да алдың – бындай һунарҙың ҡыҙығы юҡ. Борон суҡмар менән һуғып алғандар, ә мин тереләй тотам, – тине ул, мине бөтөнләй аптырашта ҡалдырып. – Ҡар тәрән генә булыуға ҡарамаҫтан, ат ырамлы саба. Һоро йыртҡыстар тәрән ҡарҙа тиҙ арый. Бер нисә саҡрым үткәс, ҙур-ҙур өйөм бүреләр ҡоҫҡан ит киҫәктәре күренеп ҡала. Ныҡ арыһа, шулай итә улар. Әһә, мин әйтәм, хәлегеҙ мөшкөлмө?

Күп тә үтмәй, ҡара нөктә булып  ике бүре күренде. Тора-бара нөктәләр ҙурай­ғандан-ҙурайҙы. Бына мин уларҙың эргәһендә генә тиерлек. Бүреләрҙең ауыр һулағаны ла ҡолаҡҡа салынып ҡала.

Сираттағы үҙәкте төшөп, тауға үрмә­ләгәндә берәүһенең тамам хәле бөттө. Йәтешләп кенә тегенең эргәһенә яҡынлап, элмәкте муйынына кейҙергән арала, һайғауым яңылыш ҡулымдан ысҡынып китеп, атымдың ҡорһағын эләктереп ала яҙҙы. Йәһәт кенә аттан төшөп, йыртҡысты муйынынан ҡороҡлап, бау менән сырмай һалдым да икенсеһенең артынан юлландым. Бер ни тиклем ер үткәс, уныһын да ҡороҡҡа алып, ауыр­лыҡһыҙ ғына бәйләп ҡуйҙым. Йыртҡыс­тарҙың ысҡынып китә алмаҫлығына тамам ышанғас, атты санаға егеп, тере бүреләрҙе алып, ауылға ҡайтып төштөм. Барса халыҡ урамға атылып сығып, ғәжәпләнеп күҙәткәйне әлеге тамашаны.

 Шулай ҙа йыртҡыстарҙың ғүмерен ҡыйырға ашыҡманым. Йәшәй бирһендәр әйҙә! Миңә улар менән аралашыуы ҡыҙыҡ ине. Эт һымаҡ, сылбырға бәйләп, кәртәмдә тоттом үҙҙәрен. Ашарҙарына тип һалған ризыҡҡа ҡағылып та ҡараманылар. Бар донъяның ҡотон алып йөрөгән януарҙар күҙ алдында бахырға әүерелде лә ҡуйҙы. Миңә уҫал күҙҙәрен ялтыратып, тештәрен ыржайтып-ыржайтып ҡарап алалар ҙа, шунан артығына хәлдәре етмәй. Артабан да шулай меҫкен хәлендә йәшәрҙәр ине лә, ҡапыл ғына командировкаға китеү сәбәпле, атырға тура килде үҙҙәрен (өйҙә балалар, ҡатын бар).

– Был хәлдән һуң да, ат менән ҡыуып, йәнә ике бүре алдым, – тип еңел генә хәбәр һалды әңгәмәсем, әйтерһең дә, ҡуян ғына тотҡан.

– Охотсоюзда  тораһыңдыр әле? – тип күҙ ҡыҫам.

– Унда хеҙмәттән ҡайтҡас та ингәйнем. Ә һунарға инде иҫ белә башлағандан алып йөрөйөм. Тәүҙә  ҡуянға тоҙаҡ ҡорҙом. Ҡулға мылтыҡ төшөргәс, сел, ҡор, һуйыр, төлкө ала башланым.

– Вәкил, тәүге тапҡыр бүре алыуыңды хәтерләйһеңдер, моғайын. Шул хаҡта ла һөйлә әле.

– Ғөмүмән, бүре аулау еңелдән түгел. Үҙем һанап киткән 15 бүренең береһе лә ҡулға анһат ҡына килеп эләкмәне. Бер бүре артынан көндәр генә түгел, аҙналар дауамында йөрөгән ваҡыттар ҙа булды.  Бүрегә тәүге һунарым, әлбиттә, хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Армиянан ҡайтҡан ғына мәлем. Көндәрҙән бер көндө Тимерйән исемле иптәшем менән, һунарсылап киләбеҙ тип, ат егеп, урманға сығып киттек. Нөгөш йылғаһына төшкәс, боҙ буйлап үткән яңғыҙ  бүренең эҙен күреп ҡалдыҡ та, аттарҙы теҙгененән ағасҡа бәйләп, саналағы саңғыларҙы кейеп, эҙ буйлап юлландыҡ. Арыу ғына ер үткәндән һуң эҙҙәр ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. «Туҡта-туҡта, был ни ғәләмәт?» – тип, тирә-яҡтан бүре эҙен күҙләйбеҙ. Әммә таба алмайбыҙ. Йылғала шәре сыҡҡан ерҙәр күп ине. Баҡһаң, бүре беҙҙең эҙәрләгәнде һиҙеп ҡалған да, хәйләләшмәксе булып, шәре  араһында эҙ яҙҙырып, әрәмә­леккә боҫҡан. Шул рәүештә беҙҙе үткәреп ебәргән дә килгән юлынан артҡа һыпырт­ҡан. Бүренең хәйләкәрлеге шаҡ ҡатырлыҡ ине. «Йәшәгән бүре булып сыҡты бит был. Уны аулауы еңел булмаясаҡ», – тигән уй һағайтып ҡуйҙы. Йыртҡысты атып алыр өсөн үҙебеҙгә лә хәйләләшмәй сара юҡ, тигән һығымтаға килдек. Мин бүре эҙенән боҙ буйлап барыуымды дауам иттем, иптәшем йылғаның бер боролошонан әрәмәлеккә ашыҡты. Бүрене шул рәүешле ҡамап буласаҡ, тигән фекергә килгәйнек. Бер ни саҡлы ер үткәндән һуң,  ысынлап та, йылғаны ташлап, әрәмәлеккә инеп киткәнлеге раҫланды. Шул мәлдә иптәшемдең ҡысҡырған тауышы ишетелде. «Ниңә  һөрәнләй әле был, әллә бер-бер хәлгә юлыҡтымы?» – тип уйлап та өлгөрмәнем, ҡаршыма  елле генә бүре килде лә сыҡты. Йөрәкһенеп, алдан уҡ әҙерләп ҡуйған мылтығымды тоҫҡап ебәргәйнем, уныһы «осечка» бирҙе. Тиҙ генә яһауҙы алмаштырайым тип, мылтығымды һындырғайным, гильза көбәктә кипсәлеп ҡалды. Ул арала минән 5 – 6 метр самаһы алыҫлыҡта ғына  йыртҡыс ҡарға бата-сума сабып уҙып китте. Елле булыуын, ҡойроғоноң осо юҡ икәнлеген генә шәйләп ҡала алдым. Бер нисә минуттан манма тиргә батҡан иптәшем дә килеп сыҡты. «Ниңә атманың инде?» –  беренсе һорауы шул булды. Бәке менән мылтыҡ көбәгенә кипсәлгән гильзамды соҡоп маташыуымды күргәс тә хәлдең айышына төшөндө Тимерйән. Үҙе лә бүрегә атырға өлгөрә алмай ҡалған икән. Ҡоралдарыбыҙҙы ипкә килтереп, «попковый» патрондан рәт юҡ тип, мылтыҡҡа үҙебеҙ яһаған пуляны урынлаштырып, бүре ҡыуыуҙы дауам иттек. Ә ул боҙ буйлап бармаған – тауға тартҡан. Йыртҡыстың тау итәгенән көрткә бата-сума саҡ-саҡ үтеүе аңлашылып тора. Һыртҡа күтәрелгәс кенә юлы еңеләйә төшкән. «Арыған килеш әллә ҡайҙа ҡаса алмаҫ, хәҙер ҡыуып тотасаҡбыҙ үҙен», – тип әрһеҙләнеп, эҙәрлекләүҙе дауам иттек. Бер мәл ҡаршыбыҙға гөрһөлдәп трактор килеп туҡтаны. Бесән тейәргә китеп барыусылар яҡында ғына бүре күреп ҡалыуҙары хаҡында хәбәр иткәс, арыуыбыҙ тамам онотолдо. Ҙур ғына аҡланға еткәс, сәйер күренеш күҙгә салынды: йыуан ғына бүрәнә өҫтөндә бүре ял итеп ята. Беҙҙе шәйләү менән йән-фарман сабырға тотондо был. Әммә ауыр кәүҙәһе менән ҡалын ҡарҙы ярып алыҫ китә алманы. Саңғыла «һә» тигәнсе ҡыуып етеп, мылтыҡтан атып та ебәрҙем. Бүре миңә боролоп ҡарап, ҡолағын шымтайтты ла, ҡапыл эт кеүек өрөргә тотондо. Уның көтөлмәгән тауышынан ҡотом алынһа ла, яһауҙы мылтыҡҡа ҡора һалып, йәнә атып ебәрҙем. Бүре башын көрткә тығып, һөрлөгөп барып ятҡас, ҡыуанысымдан урман яңғыратып ҡысҡырыуымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ысынлап та, оҙаҡ йәшәгән, күпте кисергән бик елле бүре ине шул. Йыртҡыстың үле кәүҙәһен санаға тейәп, ауылға ысын геройҙар кеүек килеп индек.

Флүр Ғазин, фотограф, яҙыусы, публицист.

 

Автор:
Читайте нас