Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
27 Февраль , 12:00

Ял көндәренә һауа торошо нисек була?

Синоптиктар яҙҙың тәүге көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо нисек булырын фаразлаған.

Ял көндәренә һауа торошо нисек була?
Ял көндәренә һауа торошо нисек була?

Синоптиктар яҙҙың тәүге көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо нисек булырын фаразлаған.

Бөгөн, 27 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -3, -8°.

Шәмбе, 28 февралдә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ һауа -4, -9° тиклем йылына.

Йәкшәмбе, 1 мартта, ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Төндә -8, -13°, көндөҙ -3, -8° булыуы көтөлә.

“Башинформ”дан.

Автор:
Читайте нас