Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
12 Февраль , 08:25

Һауа торошо үҙгәрә

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә, тип фараз яһай синоптиктар. (Зиннур Боҫҡонов фотоһы).

Һауа торошо үҙгәрә
Һауа торошо үҙгәрә

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә, тип фараз яһай синоптиктар.

Бөгөн, 12 февралдә, көндөҙ һауа температураһы -9, -14 градус буласаҡ.

Иртәгә, 13 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы ихтимал – һаҡ булығыҙ! Төндә -12, -17, көндөҙ -4, -9, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа төндә -18, -23, көндөҙ -8, -13 градус күҙаллана.

Шәмбелә, 14 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Температура төндә -8, -13, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа -15, -20, көндөҙ -1, -6 градус буласаҡ, тип белдерә синоптиктар.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас