Кәбир исемле иптәшем күптән инде мине һуйыр уйынын фотоға төшөрөргә саҡыра. Бер көндө форсат табып, шул ауылға юлландым. Өй хужаһы еңелсә «ҡырын тейәгән килеш» ҡаршыланы. Тыуған көн үткәрәләр икән. Иртәгә таң менән урманға сығыуҙан өмөтөмдө өҙөүемде һиҙеп: «Все будет в норме», – тип тынысландырырға ашыҡты йорт хужаһы. Һәм, ысынлап та, һүҙендә торҙо. Үҙе айнығып та бөтмәгән килеш, таңғы сәғәт өстә үк мине уятып, урманға алып сығып китте. Ҡуйынына бер шешә сәмәй ҙә ҡыҫтырып алды. «Үәт, дүрәк, бер иҫереккә ышанып, төн уртаһында ҡоралһыҙ-ниһеҙ урманға сыҡ инде», – тип эстән үҙемде битәрләйем. Ләкин һуйыр уйынын фотоға төшөрөү теләге көслөрәк ине. Ауылдан сығып, машина юлынан бер нисә саҡрым атлағас, саңғы кейеп, юлдашым менән урманға инеп киттек. Айлы, һалҡын төн. Көндөҙ ҡояшҡа иреп, кисен һалҡында туңған ҡар боҙ кеүек ҡатҡан. Тып-тыныс урманда саңғы шығырлаған тауыш ҡына ишетелеп ҡала. Ҡапыл бүре олоған тауыш та ҡолаҡҡа салынған һымаҡ тойолдо. Мин, хафаланып, Кәбиргә күҙ һалдым. Юлдашымдың тыныс ҡына саңғыла елдерә биреүен күргәс, ҡолаҡҡа яңылыш ишетелгәндер, тип тынысланып, уның артынан барыуымды дауам иттем. Әммә олоу йәнә ҡабатланды. Яҡында ғына бүреләр барлығына шик ҡалмағас, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Төн уртаһында ҡоралһыҙ-ниһеҙ йыртҡыстар менән осрашыу хәйерле эш түгел ине. Ары ни ҡылырға белмәй, аптырап, туҡтап ҡалдым.
– Һе, урманда бүре йөрөй инде, ул бит уның өйө, – тип Кәбир әллә ни аптырамай ғына һөйләнде лә, ҡуйынындағы сәмәйҙе алып, «ғолт-ғолт» йотоп та ебәрҙе. – Тауыштары алыҫтан ишетелә бит. Тиҫтә саҡрым булалыр. Төнгө урманда тауыш әллә ҡайҙан шулай яңғырай ул. Хәҙер килеп етәсәкбеҙ. Әйҙә, йәһәтерәк бул!
Кәбиргә буйһоноуҙан башҡа сара юҡ ине. Ҡайҙалыр бүре олоно тип, бар нәмәне ташлап, ауылға табан һыпыртып булмай ҙа инде. Икенсенән, Кәбир алдында «мах» бирергә ярамай. Аҙаҡтан ауыл тултырып, бүре олоуынан ҡурҡып, ҡасып ҡайтты, тип һөйләп йөрөүе лә ихтимал.
Урмандағы һиллекте боҙоп, ҡолаҡты ярып, йөрәкте өшөттөрөп, йәнә бүре «йырын” һуҙҙы. Бүре генә түгел, бүреләр олоно. Бер нәҙек кенә олоуға (инә бүре, ахырыһы) ҡалыныраҡ тауыштар ҡушылды. Кәбир, эргәлә үҫеп ултырған ҡарағай үҫентеләрен ҡырҡып, юнып, миңә ике таяҡ тотторҙо ла: «Әгәр бүреләр һөжүм итә ҡалһа, бер таяғыңды тешләтерһең дә, икенсеһе менән башына һуғырһың», – тип, мине аптыратып, хәбәр һалды. Шунда ғына уның тома иҫерек икәнлеген төшөндөм. Эскән кешегә, билдәле бит инде, диңгеҙ тубыҡтан. Эштәр харап икәнлеген аңлап, бүреләрҙән ҡасып ҡотолорҙай ағас барлай башланым. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, шып-шыма, ботаҡтары түбәһендә генә булған ағас осрап тик тора. Бүреләрҙең олоуы ла яҡынайғандан-яҡынайҙы. Етмәһә, ҡарҙы шығырлатып нимәлер сабып килгәндәй, ай яҡтыһында ағас араһында бүреләрҙең күләгәһе күренеп ҡалғандай тойола башланы. Бына, ниһайәт, йәтеш кенә ҡарағайҙы күреп ҡалдым да, саңғыларымды сатай-ботай сисеп ырғытып, ағасҡа үрмәләп менеп киттем.
– Нишләүең был?! – тип аҫтан иҫерек Кәбир ҡысҡыра.
– Өҫтән бүреләрҙең нисәү икәнен һанайым, – тим мыҫҡыллы тауыш менән. Ағас башына менеп алғас, йәнгә тыныс булып ҡалды. Хафаланып, манма тиргә батҡайным. Ағас башында бер аҙ ултырғас, өшөттөрә, хатта ҡалтырата башланы. Ай яҡтыһында ағас араһынан йылт-йылт иткән күләгәләрҙе шәйләп, юлдашым өсөн хафаланып, уның ағасҡа менеүен үтенәм. Ә ул мин ултырған ағас төбөнә һуҙылып ятты ла: «Мине бүреләр талағанды фотоға төшөрөрһөң. Ул сенсациялы фото буласаҡ. Барлыҡ күргәҙмәлә, конкурстарҙа еңәсәкһең», – тип һөйләнергә тотондо. Иҫерек кешенән нимә көтәһең инде? Көсләп булһа ла ағасҡа мендерәйем тип, төшә генә башлағайным, ярайһы елле генә йән эйәһенең сабып килеүе ишетелде. Мышы булған икән, ә бүреләр, сәңкелдәшеп, уның артынан ҡыуа төштө. Яҡтырғас, фотоға төшөрәйек тип, мышының йыртҡыстарҙан таланған кәүҙәһен эҙләп киттек. Әммә осрата алманыҡ. Мышы үтә йылғыр булып сыҡҡан, күрәһең. Юлға саҡлы көрт йырып барған да, таҡыр машина юлына сыҡҡан. Бүреләр уны ҡыуып тота алмаған.
Яйлап таң атты. Беҙҙең яныбыҙҙағы ҡарағаста төнәгән һуйырҙар тауыш бирҙе (ғәҙәттә, был ҡоштар асыҡ уйын урынына кис үк килеп урынлаша). Күп тә үтмәй, ҡоштар асыҡ урынға осоп төшә башланы. Ҡомһоҙланып, түшкә аҫылған фотоаппаратты һәрмәйем. Япон аппараты «Никон»ды көйләп эшкә ҡушайым тигәндә, затворҙы ҡабаланып тартып, пленканы өҙҙөм. Яңыраҡ ҡына алған «Sony» фотоаппараты ла һәр саҡ янымда йөрөй ҙә бит, әммә уныһы ла һыуыҡта өшөгән булып сыҡты. Йылытырға тип ҡуйынға тыҡтым. Ә ҡарашым күптән инде яланда. Өс-дүрт һуйыр, көслөлөгөн дәлилләү өсөн, пыран-заран килеп һуғыша. Үкенеүемдең сиге юҡ... Шундай кадрҙы әрәм ит инде... Минут һайын тигәндәй ҡуйынымдағы фотоаппаратты сығарған булам. Уныһы шул эшләмәгән килеш ҡалды. Ә һуйырҙар һине көтөп торамы һуң инде? Кәбирҙең ҡыштырлауынан ҡурҡып, осоп та киттеләр. Йәнем көйөп, ағастан ырғып килеп төштөм. Хәҙер кәрәген бирәсәкмен иҫеректең! Әммә бик ныҡ асыуым килһә лә, һыуыҡтанмы әллә бахмурҙанмы ҡалтырағанын күреп, йәлләп ҡуйҙым – өндәшмәнем. Юлдашым айнығайны инде. Төндә булған хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, аптырауынан күҙе маңлайына менә яҙҙы:
– Булмаҫ, булмаҫ, – тип мығырланы. – Бер нәмә лә хәтерләмәйем.
Ышан инде иҫерек кешегә... Әгәр ҙә уның һүҙҙәрен ысынға алып, таяҡ менән бүреләргә ҡаршы торған булһам...
Флүр Ғазин, фоторәссам, яҙыусы.