Ҡырҙа йөрөгәндә үҙеңдең Бөрйән районынан икәнеңде белдерһәң, йыш ҡына: «Һеҙҙә айыуҙар ауыл урамында йөрөймө?» – тигән бер ҡатлы һорау бирәләр. Ысынлап та, ҡасандыр, тәбиғәт ҡош-ҡортҡа бай саҡта, бындай осраҡтар йыш күҙәтелгән. Хәйер, ауыл уртаһына уҡ килеп инмәһә лә, айыуҙарҙың ауыл ситендә хужа булып йөрөүе бөгөн дә осрап тора. Ҡасандыр район гәзитендә баҫылып сыҡҡан фотоһүрәт һоҡландырғайны. Унда баҫыуҙарҙы кәртәләгән һайғауға һөйәлеп, бер айыу ауылға баҡҡайны. «Уны нисек төшөрә алдың һуң?» – тип, аптырап, һүрәттең авторы, коллегам Мөнир Фәйзуллиндан һорайым. «Урмандан ҡайтып килһәм, бына ошо күренешкә тап булдым. Бәхеткә күрә, эргәмдә фотоаппарат та бар ине», – тип яуапланы ул.
Айыу – бик көслө, ғәйрәтле йыртҡыс хайуан. Малай саҡта йәйләүҙә уның бер үгеҙҙе талауына шаһит булдым. Ҡурҡыштан ҡобараһы осҡан халыҡ аласыҡтарына бикләнде. Ә ир-аттың мылтыҡтарынан ата-ата айыуҙы эҙәрләп китеүе хәтерҙә ҡалған.
Бер йәйләүгә командировкаға барғанда айыу менән һыйырҙың алышҡан ерен күрергә тура килгәйне. Айыу һиҙҙермәй генә килеп, һыйырға һөжүм иткән, күрәһең. Ҡото осоп янтайған малдың ҡойроғон нисектер эләктереп, апаруҡ ер үткән. Был тирәлә тамырынан һурылып алынған үҫентеләр ҙә күренә. Тимәк, йыртҡыс бер ҡулы менән һыйырҙың ҡойроғон тотһа, икенсеһе менән, уны туҡтатыу өсөн, эргәһендә үҫкән ҡыуаҡлыҡтарға йәбешеп маташҡан һәм ошо рәүешле ҡорбанын туҡтата алған. Айыуҙың ҡорбанын, теш-тырнағы менән еңә алмаған осраҡта, эргәләге йылғаға йәки шишмәгә һөйрәп алып барып, тонсоҡтороп үлтереүе хаҡында ла ишеткәнем бар. Бер һунарсы шаҡ ҡатырырлыҡ хәл тураһында һөйләгәйне: «Һунарҙан ҡайтып киләм. Ауылға әллә ни алыҫ та ҡалмағайны. Аҡлан уртаһында ғәжәп күренешкә тап булдым: ҙур ғына айыу бер тананы ҡосаҡлаған да, икәүләп ҡатып ҡалғандар. Ә үҙенең башы ғына ҡыбырлап ҡуя. Эштең айышына төшөнә алмай, оҙаҡ ҡына аптырап ҡарап торҙом. Мылтығымды тоҫҡар инем дә, танаға тейҙереүемдән ҡурҡтым. Ул арала айыу мине күреп ҡалды шикелле. Ҡорбанын ташлап, урманға һыпыртты. Тана торған еренән «гөрҫ» итеп ергә йығылды. Баҡһаң, айыу тананы эләктереп алған да, муйынын тешләп, ҡанын һурып торған икән. Йүгереп килеп еткәндә, тана йән биргәйне инде. Абайлабыраҡ ҡараһам, малҡай үҙемдеке булып сыҡты, шунда айыуға атмағаныма үкенеүҙәрем! Исмаһам, үсем ҡаныр ине...»
Һунарсы ауыҙынан ишеткәндәр мине уйға һалды. Эйе, кеше генә түгел, йәнлектәр ҙә үҙенә зыян иткән әҙәмдәрҙән үс алыусан. Ә йыртҡыстың төп дошманы – һунарсы. Шуға ла, яйы сыҡһа, иң тәүге нәүбәттә «дошман»ының малын тамаҡларға тырыша ул.
Айыу, ғәҙәттә, әҙәмдән ҡурҡа. Ләкин айыу туйына осраһаң, уларҙан изгелек көтмә. Балалы инә хайуанға юлығырға ла Хоҙай насип итмәһен. Балаһын һаҡлайым тип, һиңә һөжүм итеүе ихтимал. Яралы айыу ҙа бик ҡурҡыныс. Йыш ҡына һунарсылар атҡан айыуын эҙәрләп, бәләгә тарый. Айыуҙан таланған һунарсыны урмандан табып алып йәйләүгә алып килеүҙәре хәтерҙә ҡалған. Баҡһаң, ул атҡан айыуын эҙәрләп барған булған, ә яралы йыртҡыс алыҫ ҡаса алмаған. Түмәр аҫтында боҫоп ятҡан да, һунарсы уға яҡынлашҡас, аяғынан эләктереп, тарамыштарын өҙә тартып алған. Ярай әле, айыуҙың теш-тырнағы кешенең муйынына тура килмәгән. Әлеге һунарсы тере, ләкин ғүмерлеккә сатан булып ҡалды.
Ғәлиәкбәр ауылының бер кешеһе менән дә ошондай уҡ хәл булғайны. Ул да атҡан айыуын эҙәрләп килеп, унан «туҡмалып», оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты.
Айыу буштан-буш кешегә һөжүм итеп бармай, тиҙәр. Шулай ҙа беҙ бала саҡта йәйләүҙә ҡот осҡос ваҡиға булғайны: дүрт ҡыҙ йәйәүләп күрше йәйләүгә юл тотҡан. Күп тә үтмәгәндәр, арттарынан айыу төшкән. Ҡасып барған ҡыҙҙарҙы берәм-берәм тотоп, дүртеһенең дә ғүмерен ҡыйған йыртҡыс. Һуңғыһын аласыҡтар араһында кешеләр алдында тотоп талаған.
Әсәйем һөйләгән бер ғибрәтле хәл һаман да иҫемдә. Әсәле-уллы берәүҙәр (әсәйем исемен дә әйткәйне, хәҙер иҫкә төшмәй инде) ауыл малын көткән. Уларҙы бер көндө айыу баҫҡан. Малға тейәһе урынға, айыу көтөүселәргә ташланған. Әсә кеше балаһын этеп-төртөп эргәһендә ултырған ағасҡа мендереп ебәргән дә, үҙе икенсе ағасҡа йүгергән. Айыу ниңәлер ерҙә ҡасып барған әсәгә түгел, ә ағас башында ултырған балаға һөжүм иткән. Баланы ағастан һөйрәп төшөрөп, әсәнең күҙ алдында ашаған. Бахырың: «Әсәй, ауырта, әсәй, ауырта», – тип ҡысҡырып ятып йән биргән. Был ҡот осҡос хәлдән һуң шунда уҡ әсәнең сәсе ағарған.
Үҙ ғүмеремдә тиҫтәләрсә айыуға осрарға насип булды. Был йыртҡысҡа тап булһаң (әгәр үҙеңде хәүефһеҙ итеп һиҙмәһәң), иң тәүҙә ҡурҡыу тойғоһо биләп ала. Ҡурҡыуҙың да ниндәйе бит әле! Тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә, артҡы сәстәр үрә тора, ҡул хәлһеҙләнә, аяҡ мамыҡҡа әүерелә, йөрәгеңдең дарҫ-дорҫ типкәнен ишетәһең, башыңды йөҙҙәрсә уй телгеләй. Хәүефһеҙлек һиҙгәс кенә үҙеңде ҡулға алаһың. Ҡурҡыуҙы ҡыҙыҡһыныу еңә. Ләкин, бәхетһеҙлеккә күрә, был тойғо тыуғанда айыуҙан елдәр иҫкән була инде. Шуғамы икән, айыулы фотоһүрәттәрем менән маҡтана алмайым, әммә был йыртҡыс менән күҙгә-күҙ осрашыу хаҡында хәтирәләрем бихисап.
Флүр Ғазин, яҙыусы, фоторәссам.