Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡышын, йәйен, яҙын, көҙөн арҡыры-буйға “матур кадрҙар” тотам тип йөҙҙәрсә саҡрым йәйәү иткәнмендер. Бында йыбанмай ҡояш менән бергә тороп, мәмерйәне уратып алған тауҙарға менһәм, иҫ киткес матур күренештәргә тап булаһың. Ағиҙел йылғаһы борғаланып-борғаланып тау-таштарҙы киҫә-киҫә көмөш һыуҙарын ялтыратып аҫҡа, алыҫҡа тәгәрәй. Ҡояштың һүрән нурҙары йылға, тауҙар, урмандар менән уйнап ҡабатланмаҫ күренештәр тыуҙыра. Бындай ғәжәйеп күренештәр айырыуса томанлы таңдарҙа була. Мәмерйә тирәһендә шулай уҡ ҡош-ҡорттар ҙа етәрлек.
Тирмәнтау тауынан (Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан тау) иртә менән үтһәм, ысыҡлы үләндәрҙә бурһыҡ юлдар ярылып ята. Пырылдап осҡан һуйыр, ҡор, селгә тап булаһың. Бер мәл мәмерйә тирәһендә эргәнйәк күбәйеп китте. Был хайуан бик тиктормаҫ йылғыр, шыма. Уны күреп объективҡа алһаң да уңышлы фото сығарам тип өмөт итмә. Барыбер тиктормаҫ йәнлек тегеләй-былай ҡыбырлап “резкосте” юғалта. Шулай ҙа миңә бер мәл был йәнлекте фотоһүрәткә төшөргәндә уңдым. Мәмерйә эргәһендә торғанда бер ағас ҡыуышына эргәнәктең ингәнен күреп ҡалдым. Фотоаппаратты шунда тоҫҡаным. Бына-бына эргәнйәк теге өңдән сыға тип көтөп торам. Хайуан юҡ та юҡ, әллә һиҙҙе микән? Ун минут үтте, ун биш минут булды. Серәкәйҙәр битте, ҡулды талайҙар. Мин “уңышлы кадр”тотам тип барыһына ла түҙәм. Түҙемгә түш, тиҙәр бит. Бына, ниһайәт, йәнлектең башы, шунан бар кәүҙәһе күренде. Фотоаппараттың төймәһенә баҫам. Әҙерәк ҡурҡҡан, аптыранған эргәнйәк минең “трофейҙа”. Бер йәйге көндөң таңында Кәзәташ ҡая тирәһендәге болонда (мәмерйәгә инер алдынан болон) фото төшөрөү менән мәшғүлмен. Ергә тубыҡланып алғанмын да, сәскәнән-сәскәгә шыуышып йөрөп бөжәк, күбәләктәрҙе макро һүрәткә төшөрәм. Мауығып, бар донъямды онотҡанмын. Ҡапыл артымда, эргәмдә генә кемдеңдер йыш-йыш ҡына ауыр тын алыуын һиҫкәндереп ебәрҙе. Айыу, болан, бүре... Башта ошо уйҙар үтте. Тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тубыҡланып торған ерҙән ҡалғынып ҡараһам, аяҡ осонда ғына күҙҙәрен тызырайта ҡарап ҡуян ултырмаһынмы! Мин еңел һулап, сәскәгә, бөжәктәргә тоҫҡанған объективты ҡуянға күсерәм.
Шулгәнташ мәмерйәһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы ел-ямғырҙар, һыуыҡтан һаҡлаған. Шулай уҡ ул хайуан-ҡоштарға торлағы булып хеҙмәт иткән. Ҡышын, йәйен мәмерйә ауыҙы эргәһендә һыуһар, шәшке, хатта төлкөнөң эҙҙәрен күрәһең. Мин заповедник хеҙмәткәрҙәренең бер яҙыуында бер айыуҙың мәмерйәлә ҡышлауын уҡығайным. Хәҙер бындай күренеште осратмаҫһың. Айыуҙар кешене, мәмерйәне әллә нисә саҡрымдан урап үтәләр, шулай ҙа: былтыр мин мәмерйә эргәһендә яҙҙан көҙгә тиклем бик ҡыҙыҡ күренештәр күҙәттем. Май айының баштарында мин мәмерйәнең ҡаршыһындағы тау итләүендә фотоһүрәт төшөрөү менән мәшғүлмен. Шунда ярайһы ғына тапалған йәнлек һуҡмағына иғтибар иттем. Яңы ҡарҙар әрселгән дымлы ерҙә эҙҙәрҙең хужаһы кем икәнлегенә тиҙ төшөндөм. Был әллә ни ҙурҙар булмаған айыуҙың эҙҙәре ине. Айыуҙың эҙенән юлланып, уның ятҡан урынын барып таптым. Таптым да хайран ҡалдым. Айыу мүк түшәлгән ятыу эшләп алған да аҫта мәмерйәгә ингән-сыҡҡан кешеләрҙе күҙәтеү менән мәшғүл булған. Ятыулыҡ шундай уңайлы урында урынлышҡан, бынан мәмерйә ус төбөндә генә кеүек күренә. Тапалған эҙҙәр, һуҡмаҡтар тирә-яҡта айыуҙың тиҙәге күп булыуы, мүктә ҡойолоп ҡалған йөндәрҙең түшәлеп ятыуы айыуҙың бында йыш килеүе хаҡында һөйләй ине.
Айыуҙы фотоға төшөрөү ниәтендә мин йәй айында бер нисә бында килеп киттем. Ләкин йәнлек мине һиҙеп, ваҡытында юҡҡа сыҡты. Көҙгө айҙарҙа ла айыуҙың эҙҙәре иҫкермәне. Ләкин айыу менән осрашырға насип булманы.
Октябрь баштарында тағы был таныш урындарҙы йөрөп сыҡтым. Айыуҙың яңы эҙҙәре күренә, ә үҙенең духы ла юҡ. Мин йәнлек менән осрашыуҙан ваз кисеп, ҡайтырға юлландым. Тауҙан төшөп, Ағиҙел буйлап киттем. Көҙҙөң шундай матур бер көнө. Тирә-яҡ һап-һары, алтын төҫкә мансылған. Бер-береһен уҙҙырышып ҡоштар һайрай. Ҡурсаулыҡтың өйҙәре лә күренде инде. Әрәмәлеккә инеп, муйыллыҡ араһына киттем. Ҡапыл алдымда, бер нисә метр ерҙә генә түмәр артынан әллә ни ҙурҙан булмаған айыу тороп баҫмаһынмы!
Мин был көтөлмәгән осрашыуҙан албырап төштөм, ирекһеҙҙән ҡотом осоп артҡа сигендем. Ҡасырға ла уйлаған инем, шунда нисәмә ваҡыт ошо осрашыуҙы эҙләүемде иҫкә төшөрөп, ҡалтыранған ҡулдарым менән фотоаппаратты эҙләйем. Фотоаппаратта кәрәкле объектив тормағанын күреп, уны алмаштырырға маташам. Бер күҙем айыуҙа, бер күҙем объективта. Айыу йәнәһе лә мине көтөп тора инде. Ҡапыл пәйҙә булған кеүек, ҡапыл юҡҡа сыға. Айыу менән нисәмә ай көткән осрашыу ошолай, бер нисә секунд ҡына булып сыҡты.
Флүр Ғазин, яҙыусы, фоторәссам.
Фото "Шүлгән-Таш" ҡурсаулығыныҡы.