“Таң” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙылған “ҡар кешеһе” (албаҫты) тураһында мәҡәләне уҡыным да үҙем шаһит булған осраҡ тураһында ла яҙырға булдым. Ҡар кешеһен мин дә күрҙем ул. Байтаҡ йылдар элек – әсәйем Әлеш йәйләүендә һыйыр һауғанда булды ул хәл. 90-сы йылдар тирәһе ине, ахыры.
Иртәнсәк телятниктан ары ҡойма ҡырында ул билдәһеҙ йән эйәһе бер һарыҡты ашап ултырған булған, шикелле. Бәҙрәф шул тирәлә ине. Йомошом менән шул яҡҡа китеп барһам, ҡапыл килеп торҙо теге. Терт итеп ҡалдым. Минән 5-7 метр алыҫлыҡта ғына ине. Ҡарап тороуға кәүҙәһе кешенекенә оҡшаған. Тәнен һорғолт төҫтәрәк йөн баҫҡан. Буйы яҡынса 2 метр 80 сантиметр - 3 метр тирәһе. Мин ҡапыл барып сыҡҡас, ул да тертләне. Ҡапыл ырғып торҙо ла йүгереп Күжә йылғаһы буйындағы әрәмәгә инеп китте. Мин йүгереп ҡайтып бөтәһенә лә әйтеп, күмәкләп барып шул яҡты ҡарап та йөрөнөк. Эҙен таптыҡ былай.
Аҙымдары иҫ китмәле ҙур ине, оҙон-оҙон баҫып еңел генә йүгереп киткәне һаман күҙ алдында”, тип яҙа беҙгә сәйер хәлгә юлыҡҡан тағы бер райондашыбыҙ.
Бындай хәлдәрҙе әкиәт, уйҙырма, тип, кешене алдаҡсылыҡта ғәйепләүселәр ҙә осрап ҡуя. Шуға яҙма авторын ҡуймайбыҙ.
Эйе, тормошта төрлө хәлдәр, ваҡиғалар булып тора. Әкиәттәр ҙә, урман эйәһе, албаҫты тигән һүҙҙәр ҙә шыпа буштан килеп сыҡмаған инде ул...
(Фото "Шүлгән-Таш" ҡурсаулығы төркөмөнән).