Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
11 Декабрь 2025, 10:15

Синоптиктар ялдарға ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй?

Шөкөр, көткән ҡары ла яуҙы, һыуыҡтары ла булды. Тик ҡар йоҡараҡ, шулай бит? Ә синоптиктар нимә вәғәҙәләй икән? (Зиннур Боҫҡонов фотоһы).

Синоптиктар ялдарға ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй?
Синоптиктар ялдарға ниндәй һауа торошо вәғәҙәләй?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса , бөгөн, 11 декабрҙә, көндөҙ урыны менән ҡар яуыуы, һауа температураһының -7, -12 градус тирәһендә тирбәлеүе көтөлә.

Иртәгә, 12 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, һауа температураһының төндә -6, -11 градус булыуы, аяҙытҡанда -16 градусҡа ҡәҙәр төшөүе, көндөҙ -2, -7 градус тирәһе булыуы күҙаллана.

Шәмбе, 13 декабрҙә, температура төндә -5, -10 градус, көндөҙ -1, -6 градус тирәһе фаразлана.

Синоптиктар йәкшәмбелә ҡар яуыу, төндә -14 градусҡаса һыуыҡ булыу ихтималлығын да хәбәр итә.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас