Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
10 Октябрь 2025, 11:50

Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар

Солоҡсолар солоҡ балдарының уңышын барлай. Фотола – Ырғыҙлы солоҡсоһо Юлай Ғәлин. Солоҡтарға ревизия нисек яһала?

Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар

Солоҡсолар солоҡ балдарының уңышын барлай. Фотола – Ырғыҙлы солоҡсоһо Юлай Ғәлин.

Ул солоҡтарына һәм түмәр умарталарына көҙгө ревизия яһаған ваҡытта  фотоға төшөрөп алынған. Был турала “Башҡортостан” милли паркынан хәбәр итәләр. Солоҡ балы алыу процесын Һамар ҡалаһынан килгән туристар күҙәткән.

Солоҡ ағасына менер алдынан солоҡсо төтәткесенә (дымарт) серек-сороҡ һалып, уға ут тоҡандыра. Махсус ҡайыш – кирәм ярҙамында солоҡҡа менә. Артабан солоҡ ауыҙындағы йылытыусы миндектән һаҡлаусы тимер сетканы ысҡындыра. Унан солоҡта булған балдың яҡынса өстән ике өлөшөн ҡырҡып ала. Был яҡынса 10 кило бал. Ҡалған өлөшө ҡырағай бал ҡорттарына ҡышҡылыҡҡа ризыҡ буласаҡ. Ҡортсо солоҡтоң эсен ҡарап, тикшерә һәм солоҡ төбөндәге йәй буйы йыйылған сүп-сарҙы алып ташлай, миндеккә яңы ботаҡтар һәм үлән өҫтәй.

“Башинформ”дан.

Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Солоҡтарҙа көҙгө ревизиялар
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас