Үҫмерҙәрҙе уҡыуҙан буш ваҡыттарында эшкә урынлаштырыу буйынса консультацияларҙың берҙәм көнө һәм йыл һайын үтә торған “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә ағас үҫентеләренән аллея ултыртылды. Килдеғол ауылынан Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы Көнәфина Бөрйән районы мәшғүллек үҙәге ярҙамында үҫмерҙәр өсөн эш урындары ойошторҙо.
Беҙҙең Бөрйән районында үҙенең эшенә мөкиббән бирелгән бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр йәшәй. Килдеғол ауылында йәшәүсе уңышлы эшҡыуар һәм депутат Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙының башында үҫентеләр аллеяһы ултыртыу тураһында идея тыуа. Оҙаҡ уйлап тормай, ул мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә.
Шуны билдәләргә кәрәк, эшҡыуар йыл һайын Мәшғүллек үҙәгенең күп һанлы программаларында ҡатнашып килә. Быйыл да Г. Көнәфинаға аҡса эшләргә теләүсе үҫмерҙәрҙе табырға ярҙам иттек.
Эшҡыуарҙың ауылдаштары һәм үҫмерҙәр ярҙамында аллеяны тиҙ арала кәртәләп алдылар. Унан һуң алмағас, мышар, ҡарағай, ҡайын, саған, урман сәтләүеге кеүек ағастар ултыртылды. Малайҙар ағастар өсөн соҡорҙар ҡаҙҙы, ҡыҙҙар ултыртылған үҫентеләр тиҙерәк үҫеп китһен өсөн һыу һипте. Теләгәндәр уңдырышлы тупраҡ һәм минераль ашламалар килтерҙе. Ҡыҫҡаһы, был изге эшкә һәр кем өлөшөн индереп ҡалырға тырышты.
Мәшғүллек үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Г. Малабаева үҫмерҙәрҙе уҡыуҙан буш ваҡыттарында ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу программаһы буйынса “ярҙамсы эшсе” вазифаһына эшкә алыуҙы документлаштырырға ярҙам итте. Белгес шулай уҡ бәлиғ булмағандар өсөн хеҙмәт ҡануниәте, унда ҡатнашыу шарттары, документлаштырыу тәртибе тураһында аңлатма әңгәмә үткәрҙе.
-“Йәшел Башҡортостан” акцияһы ауылыбыҙҙың биләмәһен төҙөкләндереүҙе дауам итергә булышлыҡ күрһәтәсәк. Бөгөн беҙҙең балалар менән бергәләп ағас ултыртыуыбыҙ уларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итәсәк, - тине Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы.
Эйе, еребеҙ сәскә атһын һәм йәшәрһен! Йәшеллек, ағастар күберәк булған һайын һауа ла таҙараҡ һәм сафыраҡ буласаҡ.
Татыу һәм күңелле компания менән эш тиҙ арала тамамланды. Хәҙер беҙҙең дөйөм бурыс – үҙенсәлекле тәбиғәтте һаҡлау.
Г. Көнәфинаға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Ә балаларға яҡшы эш һөҙөмтәһе өсөн ҙур рәхмәт!
Бөрйән районы мәшғүллек үҙәге.
Сығанаҡ: Центр занятости по Бурзянскому району.