Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
5 Сентябрь 2025, 09:35

Тәбиғәт һағында – 95 йыл

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте. Район хакимиәте башлығы Р. М. Абдуллин 4 сентябрҙә Өфөлә үткән "Төбәктең экологик тотороҡлоғонда айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең өлөшө" тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Халыҡ-ара ҡатнашыусылары булған был мөһим сара Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының 95 йыллығына арналды.

Тәбиғәт һағында – 95 йыл
Тәбиғәт һағында – 95 йыл

Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тулыуға арналған ҙур сара үтте.

Район хакимиәте башлығы Р. М. Абдуллин 4 сентябрҙә Өфөлә үткән "Төбәктең экологик тотороҡлоғонда айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең өлөшө" тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Халыҡ-ара ҡатнашыусылары булған был мөһим сара Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының 95 йыллығына арналды.
-Илебеҙҙең иң тәүге ҡурсаулыҡтарының береһе булған Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы быйыл үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был әһәмиәтле дата оҙайлы йылдар дауамында ҡурсаулыҡтың емешле үҫеше тарихын, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан көньяҡ Уралдың уникаль тау-урман флораһы һәм фаунаһы объекттарын һаҡлауҙы һәм өйрәнеүҙе, уның хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ваҡыт эсендә бик күп асыштар яһалған һәм күп йыллыҡ тикшеренеүҙәр үткәрелгән, әммә алда ла яңы ҡаҙаныштар көтә. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Илгиз улын һәм ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен оло юбилей менән ҡотлайым! Уңыштар, даими һөнәри үҫеш, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем! – ти район етәксеһе Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Сығанаҡ: Р. Абдуллиндың шәхси сәхифәһе.

Тәбиғәт һағында – 95 йыл
Тәбиғәт һағында – 95 йыл
Автор:
Читайте нас