Йәшендән ҡурҡам ғәләмәт. Был ҡурҡыуым бала сағымдан килә. Янымда кеше булһа, ҡурҡыуымды еңергә, кешегә белдермәҫкә, йә юрған аҫтында ятһам ҡурҡмаҫҡа, уйламаҫҡа тырышам.
Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәмсүрә апайымдың имсәк ҡыҙы менән минең класташым Зиләнең (мәрхүмә) әсәһен сабынлыҡта йәшен атҡан. Көслө йәшен башланғас ҡыуышҡа инеп ултырырға булғандар. Сәмсүрә апайым, балаһын Сәлимә апайға тотторғанда үҙе төпкә үткән, баланы алырға ҡулын һоноп өлгөргән, тик шул ерҙә баланы ла, Сәлимә апайҙы ла йәшен атҡан...
Беҙ бала саҡта ни өсөндөр соланда йоҡларға, соланда сәй эсергә ярата торған инек. Унда беҙҙең урындығыбыҙ шәп булды, унда әсәйемдең алтын ҡулдары һуҡҡан тиреүгә, әсәйем эшләгән йомшаҡ, матур түшәктәр түшәлгән ине,йоҡлағанда ла соланда еләҫ була торғайны.Шулай бер көн сәй эсеп ултырабыҙ, ялт та йолт ялағай уйнай, соландың ишеген генә яптыҡ та рәхәтләнеп сәй һемерәбеҙ. Шул саҡта соланға ҡайҙандыр йәшен шары килеп инде.
–Ҡыбырлап ҡуймағыҙ, – тине атайым. Ҡайҙан ҡыбырлау, тораташтай ҡаттыҡ. Ә шар беҙҙең батмусты тирәләп өрөлөп сыҡты ла ингән еренән кире сығып, ҡайҙалыр барып атылды...
Бынан бер 10 йылдар самаһы элегерәк үҙемдә лә булды ундай хәл. Ҡайҙалыр алыҫтараҡ ялағай уйнай, мин телевизор, компьютер кеүек нәмәләрҙе токтан һурып ҡына йөрөй инем, күршем килеп инде. Икәүләп ултырып сәй эсеп алдыҡ, ул арала йәшен беҙҙең ауылға ла килеп етте.
Күршем ямғыр көсәймәҫ элек, тип ҡайтырға булып китте, мин оҙата сыҡтым. Шул саҡ ҡапыл эргәбеҙҙә генә йәшен атып ебәрҙе, хатта ток һуҡҡандай аяҡтар зымбырлап китте. Күршем үҙе яғына, мин өйгә ҡарай йүгерҙек. Бөтә нәмәне лә һурҙым, шикелле тип уйлап, мин йәшен үткәнсе ятып торорға булдым. Өйгә тимер торбалар үткәрелгән, йоҡлаған урыным шул торбаға терәлеп тора, башымды торба яғына һалып йоҡлайым. Был юлы ла ике мендәрҙе ҡатлап һалып тороп, койкама ауып киттем. Юрған ябынып тороп, иртәрәк булһа ла йоҡларға булдым. Йоҡларһың йоҡламай – даңҡ! Йәшен атып ебәрҙе бит. Баш ҡалҡып китте. Ишек төбөндә шкаф ултыра һәм стена менән уның араһында урын ҡалдырылып, йәй көнө кәрәкмәгән аяҡ кейемдәре ҡуйылған инее. Аңыма килгәндә, мин, бахырың, башты көпләп шунда ултыра инем. Йәшен үткән, өй эсе тып-тын. Ниңәлер свет һүнгән. Ул янғайны, туңдырғыс геүләп эшләп китте, ә һыуытҡыс... келтер-келтер, келтер-келтер итеп, арба тауышы сығарып тик ултыра. Йүгереп барып, телефонды тоташтырҙым, юҡ, эшләмәй, телевизор эшләмәй. Мин токтан бөтә нәмәне һурып бөткәнмен, ә антенна һурылмай тороп ҡалған. Һыуытҡыс аҙна буйы шулай келтерләп ултырҙы ла эшләп китте, телевизорҙы улым Бөрйәнгә ремонтҡа биргәйне, эҙһеҙ юғалды.
–Телефоның иҫкергән, – тип ҡыйбатлы телефон алып биргәйне Гөлнәзирә, ул да эшләмәне. Йәшен торба буйлап йөрөп үҙенекен эшләп сыҡҡан. Шул торбаға тейеп ятҡанға ла минең башҡа шауҡымы ҡағылған инде ул.
Әле бына быйыл шул йәшендән ҡурҡыуым арҡаһында ишек онтаным. Ысын, ысын. Оло улым магазин асты ла, мин, үҙҙәре бушамағанда, шунда ултырғылайым. Белореттамын. Магазинды ябырға ваҡыт та еткән инде, ямғыр уҙғас ҡайтырмын әле, тип ултыра бирәм. Ямғыр көсәйгәндән-көсәйә. Бына даһырлап күк күкрәй башланы. Оло улым килеп инеп, икмәк алды ла сығып йүгерҙе. Артынан, мин ҡурҡам, тип ҡысҡырып ҡалдым, әллә ишетте, әллә юҡ, хәҙер, тигән тауышы ғына ишетелеп ҡалды. Ҡараңғы төшөп килә ине инде. Көн эҫе булғас, ишек-тәҙрә вис асыҡ. Тәҙрәләрҙе яптым, ә ишеккә көсөм етмәй. Быға ни булған, тип, аптырап, улыма, киленгә звонить итеп ҡарайым, береһе лә телефон алмай.
“Әле һин шулаймы”, тигәндәй, тегене йән көскә тартып ебәргәйнем, нимәлер шарт итеп ҡалды, ишек ябылды.
Ишек менән яҡтау араһында ҙур ғына ярыҡ барлыҡҡа килгән. Ул арала улым килеп инде.
–Ишегеңде онтаным, ахыры, - тип ишеккә төртөп күрһәтәм тегегә.
–Ну, әсәй, уға нисек көсөң етте һуң? – Улым ишеккә ҡарап хайран ҡалды.
– Мин бит һиңә һөрәнләп ҡараным “йәшендән ҡурҡам”, тип, һин ишетмәнең, шулай була инде. Килендәр телефонды алманылар. Миңә үпкәләй алмайһың, – тим, еңмешләнеп.
–Үпкәләмәйем, тик ул ҡара көсөң ҡайҙан килеп сыҡты икән? Ишек ябылмаһын тип таш ҡуйғайным, ул да онталған.
–Һинең ташыңды уйларлыҡ түгел инем, етмәһә, тыштағы морожный һауыты ла ниндәйҙер осҡондар борҡотоп тора.
–Иртәгә ысҡындырып, төҙәтеп ҡарармын инде, – тип улым ҡайтып китте, мин дә уның артынан ыңғайланым. Улым, әлбиттә, ишеген төҙәтеп алды, мин дә бүтәнсә йәшен ваҡытында өйҙә генә ултырырға уйлап ҡуйҙым. Юғиһә, теге ҡара көс тағы ла ҡалҡып сығыр ул.
Зәйтүнә Айытбаева.