Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
15 Август 2025, 11:15

“Ҡурсаулыҡ балалары”

“Эш башлар алдынан беҙгә уҡыу һәм инструктаж үткәрҙеләр, бурыстарыбыҙ менән таныштырҙылар. Беҙҙең менән даими рәүештә дәүләт инспекторы эшләй һәм ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итә. Беҙгә фирменный футболкалар бирҙеләр. Шулай уҡ эш өсөн дәүләт инспекторы формалары ла бар. Беҙ музей-экскурсия комплексына килеүселәрҙең билеттәрен тикшерәбеҙ, тәртипте күҙәтәбеҙ, автомобилдәр өсөн ҡапҡаны асабыҙ”, - тип һөйләй йылмаяҡ Шатморат.

“Ҡурсаулыҡ балалары”
“Ҡурсаулыҡ балалары”

Хеҙмәт һөйөүсән балалар йәйгеһен буштан-бушҡа ваҡыт уҙғарыуға йәки телефон менән көн үткәреүгә ҡарағанда аҡса эшләүгә һәм хеҙмәткә өйрәнеүгә өҫтөнлөк бирә. Кемдәрҙер емеш-еләк йыйып һата, кемдәрҙер сауҙа нөктәләренә, аҙыҡ-түлек етештереү цехтарына эшкә урынлаша. Был йәһәттән райондың мәшғүллек үҙәге лә әүҙем генә эш алып бара.

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексының контроль-үткәреү пунктында (КПП) июнь башынан алып профориентацион эш сиктәрендә “Йәш инспектор мәктәбе” эшләй. Был турала ҡурсаулыҡтың матбуғат секретары, экологик ағартыу, пропаганда һәм мәғлүмәт секторы начальнигы Ләлә Хәйбуллинанан тәфсилләберәк һөйләүен үтендек.

-Шатморат, Шамил, Шайморат һәм Фәнгиз – “ҡурсаулыҡ балалары”. Улар 9-сы класс уҡыусылары, беҙҙең коллегаларҙың улдары.

“Эш башлар алдынан беҙгә уҡыу һәм инструктаж үткәрҙеләр, бурыстарыбыҙ менән таныштырҙылар. Беҙҙең менән даими рәүештә дәүләт инспекторы эшләй һәм ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итә.

Беҙгә фирменный футболкалар бирҙеләр. Шулай уҡ эш өсөн дәүләт инспекторы формалары ла бар. Беҙ музей-экскурсия комплексына килеүселәрҙең билеттәрен тикшерәбеҙ, тәртипте күҙәтәбеҙ, автомобилдәр өсөн ҡапҡаны асабыҙ”, - тип һөйләй йылмаяҡ Шатморат.

Фәнгиз “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығын киләсәктә эш урыны булараҡ та күҙ уңында тотоуын белдерә. Шайморат былтыр уҡ эшләп ҡарарға ниәт иткәйне инде. Ләкин ата-әсәһе быға бик етди ҡарамаған.

“Эшһеҙ йөрөгөм килмәне. Аҡса эшләргә һәм ата-әсәйемә ярҙам итергә теләнем.  Тиҫтерҙәремә лә уҡыусы саҡтарында уҡ эшләй башларға тәҡдим итәм. Беҙ аҙнаның бер көнөндә КПП-ла эшләйбеҙ, ҡайһы саҡ музей экскурсия комплексын төҙөкләндереү эштәрендә булышабыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, экоһуҡмаҡ буйын дегәнәктәрҙән таҙарттыҡ”, - ти Шайморат.

Шамилдың ҡағиҙә боҙоусыларҙы “тотоу” буйынса тәжрибәһе лә бар инде – ул биләмәге билетһеҙ үтеүселәрҙе туҡтатҡан.

“Кешеләр күп йыйылып киткән мәлдәрҙә барыһын да күҙ уңында тотоуы ҡатмарлыраҡ. Бер мәлде экскурсанттар билетһеҙ үтеп киттеләр. Быны аңғарғас, арттарынан барып, кире борҙом. Туристарҙың үҙҙәренә оят булып китте”, - тип һөйләй тыйнаҡ уҡыусы.

Шулай итеп, беҙҙең йәш дәүләт инспекторҙары йәйге ялды бик файҙалы итеп үткәрә – аҡса ла эшләй, эш буйынса тәүге тәжрибәләрен дә туплай, тәртипкә һәм кешеләр менән мөғәләмә итергә лә өйрәнә.

Үҙебеҙҙең буласаҡ хеҙмәткәрҙәргә сәләмәтлек, уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ һәм киләһе йылда ла көтөп ҡалабыҙ, - ти Ләлә Хәйбуллина.

Тәбиғәт яратҡан эшсән, тырыш үҫмерҙәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ. Эштә бешегеп үҫкән кеше тормошта юғалып ҡалмай ул. Гел шулай булығыҙ, егеттәр!

Т. Сәйфетдинова әҙерләне.

Сығанаҡ:

Государственный заповедник "Шульган-Таш"

 

“Ҡурсаулыҡ балалары”
“Ҡурсаулыҡ балалары”
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас