Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында бөрлөгәндең... иҫәбе алынған. Тикшереү бының өсөн махсус бүленгән майҙансыҡтарҙа башҡарылған. Емеште ҡул менән йыйғандар.
Бөрлөгән (ҡайһы берәүҙәр бөлдөргән тип тә әйтә) - күпйыллыҡ үҫемлек, ул беҙгә сағыу ҡыҙыл емештәре менән таныш. Оҙонлоғо 30 сантиметарға тиклем етә.
Һәр участканан йыйылған бөрлөгән бик ентекле үлсәнә һәм иҫәпләнә. Йыйылған барлыҡ мәғлүмәттәр артабан эшкәртеү өсөн “тәбиғәт йылъяҙмаһы”на индерелә.
Иҫәп алыуҙың төп маҡсаты – емеш биреүсе участкаларҙың процентын билдәләү һәм уңыш биреүҙең йыллыҡ динамикаһын күҙәтеп барыу.
Ағымдағы йыл, белгестәр баһаһы буйынса, бөрлөгәндең уртаса уңышы менән характерлана.
#Башкирскийзаповедник