

Бөгөн (5 август) "Юлдаш" радиоһының иртәнге эфирында "Теге өсәү" ер-һыу атамалары (топонимика) тураһында тапшырыу алып барҙылар. Ысынлап та, ата-бабаларыбыҙ әүәлдән ҡушҡан атамалар бөгөнгө көндә үҙгәртелә, урыҫсаға дөрөҫ итеп тәржемә ителмәй.
Беҙҙең Бөрйәндән дә шылтыратыусының яҙмаһын уҡынылар. Унда һүҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ине. "Мин Шүлгәнташ мәмерйәһен Капова тип йөрөтөүҙәренә ныҡ йәнем көйә", - тип тапшырыуға ҡушыла райондашыбыҙ.
Бөтә донъяға билдәле, данлы мәмерйәгә ошо арала ике тапҡыр барырға тура килде. Бер нисә йылдар элекке менән сағыштырғанда, үҙгәрештәр ер менән күк араһы.
Морат туғайында ҡурсаулыҡ биләмәһенә инәбеҙ ҙә, саҡрым ярым тирәһе йәйәүләп, мәмерйәгә юл тотабыҙ.
Һүҙ юҡ, минең ҡарамаҡҡа һәр ерҙә таҙалыҡ, уңайлыҡтар булдырылған.
Экскурсовод беҙҙең төркөмдө мәмерйәгә индерә.
Йәш кенә ҡыҙ, (әйткәндәй, бында эшләгән йәштәрҙең күбеһе беҙҙең ауылдан - Ғәҙелгәрәйҙән) шыма ғына итеп мәмерйә ауыҙынан уҡ уның менән таныштыра. Эскә ингәс тә бер нисә туҡталышта боронғо һүрәттәрҙең күсермәләре һәм башҡаларҙы ентекләп аңлатырға тырыша.
Тик ниңәлер, Шүлгәнташ мәмерйәһенең икенсе исеме Капова пещера, мәмерйә ауыҙынан сығып ағып ятҡан Шүлгән йылғаһын “река Шульганка” тип һөйләй.
Ҡасан ул йылға Шульганкаға әйләнеп китте һуң?
Бында экскурсоводтарҙың ғәйебе, әлбиттә, юҡ, улар үҙҙәренә тәғәйенләп бирелгән лекцияны ятлап алып һөйләйҙәр.
Мәмерйәнән сыҡҡас, ҡаршы ҡаяның күҙгә оҡшаған соҡорло урыны элегерәк "Урал батыр" эпосындағы мәмерйәне һаҡлап ятыусы дейеү - Ҡәһҡәһәнең күҙе, тип һөйләнелә ине. "Хәҙер уны һөйләмәйегеҙме ни?" - тип һорау бирәм.
Беҙгә ниндәй яҙма бирелгән, шуны ғына әйтәбеҙ, тип яуап бирә һылыу.
"Шүлгәнташ" музей-комплексы етәкселеге бөгөнгө көндә Урал батырҙың тыуған ерҙәре, беҙҙе донъяға яралтҡан ошо изге урындарҙың исем-атамаларын юғалтмай, карталарға икенсе исем менән ингән урындарға үҙҙәренең элекке атамаларын ҡайтарыу менән булышҡан мәлдә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре лә, шул тулҡынға ҡушылып, ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәй, мәмерйә күрергә тип көнөнә меңәрләп ағылған сәйәхәтселәргә данлы мәмерйәбеҙҙе эпосҡа бәйләп, исемдәрҙе дөрөҫ әйтеп, тәрәнерәк итеп аңлатып һөйләһәләр бик шәп булыр ине.
Юғиһә бында күберәк диуарҙарға төшөрөлгән һүрәттәр, уны фәнни нигеҙҙә халыҡҡа таратыусы ғалим тураһындараҡ ҡына аңлатмалар сәйәхәт ҡылыусыларға еткерелә.
Әйткәндәй, бер нисә йыл элек ул ғалимдың исеме мәмерйәгә ҡушыла, тигән ерҙән, йәмәғәтселек белеп ҡалып, бойомға ашмай ҡалды.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә - башҡорттарға матур, данлы, һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт бүләк иткән.
Ошо изге ерҙәрҙе күҙ ҡараһындай һаҡларға, килгән сәйәхәтселәргә борондан килгән риүәйәттәрҙе дөрөҫ итеп еткерергә, ер-һыу атамаларының исемдәрен боҙоуға юл ҡуймаҫҡа беҙ, бөрйәндәр, ҡурсаулыҡта эшләүселәр, Урал батырҙың вариҫтары, бурыслыбыҙ!
Ғүмер сикле, йәшәү мәңгелек түгел!
Ошо изге урындар, данлы Шүлгәнташ мәмерйәһе – халыҡтыҡы. Киләһе быуындарға барыһы ла бөтөн килеш, ниндәй атамалар менән яралған, шул көйө барып етһен ине!
Флүрә Йомағужина, Ғәҙелгәрәй ауылы.