

Гидрометүҙәк етәксеһе Роман Вильфанд аңлатыуынса, июль аҙағында илдең күпселек төбәктәрендә, шул иҫәптән Уралда, Көнбайыш һәм Урта Себерҙә һалҡын һауа массалары һөжүме дауам итә.
Ә август башына табан һауа торошо ҡыуандырасаҡ. Гисметео фаразлауынса, августың тәүге ун көнөндә Башҡортостанда ысын йәйге эҫелек, +27, +28 градус булыуы көтөлә. Икенсе ун көнлөк тә йылы буласаҡ: +23, +24 градус самаһы. Артабан бер аҙ һалҡыная, әммә күпкә түгел: август аҙағында уртаса температура +21, +22 градус тирәһендә булыр тип көтөлә. Ямғыр һирәк буласаҡ.
Сентябрь ниндәй булыр?
Метеорологтар фаразы буйынса, көҙ башында һауа торошонда ҡапыл үҙгәрештәр булмай. Сентябрҙең тәүге аҙналарында йәйге йылы һаҡланасаҡ — температура +18, +21 градус тирәһендә торасаҡ.