Тәбиғәт
10 Июль 2025, 10:30

Иң тәмле сәй

...Мин алып килгән сытырымды, туҙымды, ҡайын суғыртмағын, бер нисә тубырсыҡты һалып, усаҡ тоҡандырҙым. Әсәй һыулы баҡырсаны аҫҡаҡҡа элде. Тирә-яҡҡа күңелгә шул тиклем яҡын еҫ – төтөн еҫе таралды. -Бар, ҡыҙым, ҡарағат япраҡтары алып кил. Мәтрүш тә ҡуш. Тәмләп тороп эсеп алайыҡ әле сәйҙе. Мин инде әрәмәгә сабам. Эсемдәге ҡыуанысым үҙемдән алда йүгереп барған һымаҡ. Сөнки әсәйҙең кәйефе шәп! Сөнки әсәйем ямғырға ҡайғырманы! Сөнки айға яҡын бесәндән башҡаны күрмәгән беҙ ял итәбеҙ. Просто так сәй эсәбеҙ ҙә ҡайтабыҙ. Үәт, исмаһам, ял! Пикник!

Иң тәмле сәйИң тәмле сәй
Иң тәмле сәй

Бесән мәлдәре етһә, шул сәйҙең тәме тел осома килә...

Әсәйем менән икебеҙ генә сабынлыҡҡа бесән йыйырға юлландыҡ. Йәйәү. Ике ағас һәнәкте, ағас тырманы яурынға һалғанбыҙ. Моҡсайҙа – яңы бешкән икмәк, яңы ҡаймаҡ, ҡайнатма, йәш ҡыяр, йомортҡа... Ҡара баҡырсаға сабынлыҡҡа етәрәк йылғала һыу тултырып алдыҡ.

4-5 күбәлек кенә бакуй ҡалған беҙ юл тотҡан сабынлыҡта. Шуға, ысыҡ һирпелә бирһен әле, тип ҡабаланмай, һөйләшә-һөйләшә атлайбыҙ. Әсәйем, ғәҙәтенсә, ситса күлдәге өҫтөнән ҡара төҫтәге эш халатын кейеп, шуның кеҫәһенә йомғағын һалып, яурынындағы һәнәге менән тырмаһын беләге менән ҡыҫҡан килеш бәйләм бәйләй-бәйләй бара. Минең яурында тағы бер һәнәк, бер ҡулымда ризыҡ һалынған моҡсай, икенсеһендә – ҡара баҡырса.

Әсәй ара-тирә һыҙғырып ҡуя. Уға мин дә ҡушылам. Туҡтап, ҡулымдағы әйберҙәрҙе ергә ҡуйып, дүрт бармағымды ауыҙға тығып, шыйылдата һыҙғырып ебәрһәм, эргәләге ағастағы турғайҙар фырр итеп ҡала. Әсәйем көлә. “Улайтып көслө һыҡырма (һыҙғырма тигәнде шулай әйтә), яйҙабыраҡ, көйҙәберәк һыҡыр, ел сыҡһын”, ти. Эйе, әсәйем бесән мәлендә ипләп кенә һыҙғырып йөрөй торғайны. Йәнәһе, ел саҡыра. Хәйер, ел ысынлап та иҫеп ебәрә торғайны. Ел сығып, болоттарҙы ҡыуһын, аяҙ көн булһа - ысыҡты тиҙерәк киптерһен, тигән инде.

Беҙ бесән йыйырға китеп барған көн дә болотло ине. Төшкә аяҙытыр, бәлки, тигән ҡыҫыр ғына өмөт менән юл тотоуыбыҙ бесәнлеккә. Өмөт бар ҙа ул, тик болот үтә ҡуйы. Ара-тирә хатта ямғыр күҙҙәре лә төшкөләп ала. Ләкин теге бөрсөк кенә өмөт беҙҙе алға атлата.

-Ошо Утраны өҙөп ҡуйһаҡ, Һаҙ башында тик йөрөр инек, исмаһам. Йәйәүләп ике яҡҡа йөрөүе ҡыйын. Килә һалып эшләп китергә ҡайҙа әле арбалы атың. Әйй, атлы, ирле бисәләргә рәхәт шул – арбала ял итеп кенә бара, ире һыуһын һайын ғына салғыһын сүкеп бирә. Көнө буйы эшләгәс, тағы йәш бесәнле арбала ял итеп ҡайта. Йәйәүләп килеп, көнө буйы аяғөҫтө йөрөп арманһыҙ булғас, атлап ҡайтыуҙары бигерәк ҡыйын. Иртән тороп, һыйыр һауғандан алып төндә ҡолап киткәнсе бер аяҡҡа көс һаман. – Шулай тип һуҙып ҡуя һылтыҡлабыраҡ атлап барған әсәй. Бесәндән ялға туҡтаған арала, оҙон ойоҡтарын төшөрөп, тамырҙары бармаҡ ҡәҙәре күмгүк булып бүрткән аяҡ балтырҙарын үләндәр менән ыуып ултырған саҡтары иҫкә төшә.

Эйе, тырма теше һынһа ла, үҙебеҙ ағас юнып ҡатҡан булабыҙ. Уныһы оҙаҡ та тормай, йәнә төшә. Атайҙан ҡалған ағас һәнәктәр бар әлдә генә.

Сапҡан саҡта салғы сүкеү үҙе бер ҙур проблема. Бер сүкелгән салғы менән 2-3 көн яныуыс менән ышҡып-ышҡып янып сапҡас, салғыларыбыҙҙы сүкетер өсөн ауылға йөкләп ҡайтабыҙ. Икенсе көнөнә тағы кире йөкләп киләбеҙ. Әсәй үҙе лә һуҡҡылап ҡараған була ҡайһы саҡ. Тик теш салғы битенә эшләп бөтә лә ҡуя.

Беҙ сабынлыҡҡа барып етеүгә ямғыр ихласлап шымшыҡлай башламаһынмы. Мин ипләп кенә әсәйҙең йонсоу йөҙөнә күҙ һалам. Юҡ, артыҡ бошоноу күренмәйсе. Хатта аптырай биреп ҡуйҙым. Ултырып илап ебәрер һымаҡ ине.

-Ҡыҙым, бар сатыр-сотор йыйып алып кил. Эш кешеһенә ял да кәрәк ул. Хоҙай ял биргәндә, әйҙә, рәхәтләнеп сәй эсеп ҡайтайыҡ, исмаһам, - тигәс әсәй, алтмыш аяҡлап яҡындағы шырлыҡҡа йүгерҙем. Әсәй бит көйәләнмәй! Әсәй бит йылмая!

Ғәҙәттә, ошолайтып ямғыр яуып, бакуйҙарҙы еүешләһә, үләне сабылып бөтмәгән ҙур сабынлыҡта булһаҡ, шунда уҡ салғыға тотонабыҙ – көндө бушҡа уҙғармайбыҙ. Ә был бер кәбәнлек кенә бесәнлектә инде кәбән ҡойолған. Көҙ байҙыҡ, тип өҫтәп шырлыҡ тирәһен соҡоп сапҡан булғайныҡ. Көн битендә булмағас, шул бесән кипмәй яфалай.

Мин алып килгән сытырымды һалып, усаҡ тоҡандырҙым. Әсәй һыулы баҡырсаны аҫҡаҡҡа элде. Тирә-яҡҡа күңелгә шул тиклем яҡын еҫ – төтөн еҫе таралды.

-Бар, ҡыҙым, ҡарағат япраҡтары алып кил. Мәтрүш тә ҡуш. Тәмләп тороп эсеп алайыҡ әле сәйҙе.

Мин инде әрәмәгә сабам. Эсемдәге ҡыуанысым үҙемдән алда йүгереп барған һымаҡ. Сөнки әсәйҙең кәйефе шәп! Сөнки әсәйем ямғырға ҡайғырманы! Сөнки айға яҡын бесәндән башҡаны күрмәгән беҙ ял итәбеҙ. Просто так сәй эсәбеҙ ҙә ҡайтабыҙ. Үәт, исмаһам, ял! Пикник!

Тиҙ генә ҡарағат япраҡтарын кеҫәмә тултырып, мәтрүш өҙә башланым. Еләк япраҡтарын да эйелеп йыйып алдым.

Мин ен ботағы һымаҡ сабып усаҡ янына ҡайтыуға елле ҡара баҡырсалағы һыу ҡайнарға йыйынып, ағарып, әйләнә лә башлаған ине инде. Япраҡ-үләндәремде ҡаҡҡылап, баҡырса эсенә батырҙым. Әсәй услап тороп һинд сәйе һалды. Эстән генә, ахти, ныҡ ҡаты булып ҡуймаһа ярай ине сәй, тип уйлап ҡуйҙым.

Әйткәндәй, әсәй бесәнгә тип ҡыш буйы иң яҡшы, тәмле сәйҙәрҙе һаҡлап барыр ине.

“Өйҙә саҡта ниндәйе лә бара. Эшләгән кешегә арыу сәй кәрәк”, тиер ине. Йәнә ул банкала тоҙланған ит алып йөрөнө бесәнлеккә. Сабынлыҡҡа барыу менән теге тоҙло итте шишмәлә әллә нисә ҡабат йыуып, сүлмәккә һалып, аҫтына ут яғабыҙ. Ут ҡыҙып янып, аш ҡайнап сыҡҡас, аҫтына бер киҫкәне тығабыҙ ҙа, башы янып бөткән һайын тегене сүлмәк аҫтынараҡ шылдыра йөрөйбөҙ. Төшкө сәйҙе йомортҡа, ҡыяр-фәлән менән эсһәк, икенсе һыуһындан һуң аш яраштырып ашайбыҙ. Урманда көнө буйы бығып ҡына бешкән аштың тәмлелеге!

Табын йәйеп ебәрҙек. Ашъяулыҡҡа алып килгән тәғәмдәрҙе теҙҙек. Әсәй бер сәйгә тип нарҙап, әҙерәк ҡойоп алып килгән бүҫкә шешәләге һөттө баҡырсаға түңкәрә ҡойҙо ла, өҫтәүенә,  банкалғы шыйыҡ ҡаймаҡты ҙур ҡалаҡ менән һоҫоп алып, сәйгә бутаны.

Ысын әйтәм, дуҫтар, мин ундай ҙа тәмле сәйҙе ошо йәшемә тиклем бүтән бер ҡайҙа ла эскәнем булманы. Һәм булмаҫ та инде. Сөнки бит ул сәйгә әсәйемдең ҡул, күңел йылыһы һәм яҡшы кәйефе мул итеп өҫтәлгән ине...

Тау битендәрәк ятҡан сабынлығыбыҙҙағы күпте күргән ҡарт ҡайын аҫтында, ус төбөндә һымаҡ күренеп торған тирә-яҡты байҡай-байҡай бик оҙаҡ эстек беҙ ул сәйҙе. Әлдә баҡырса ла елле ине. Иң мөһиме, башҡа ваҡыттағы һымаҡ, ярай, балалар, әйҙәгеҙ, анау бакуйҙарҙы эйерә һалайыҡ, өйөрөмдә ятып яҡшыраҡ һурыға ул бесән, тип ҡабаландырыусы булманы...

Ямғыр ҙа артыҡ ҡоймай, ипләп кенә шымшыҡланы. Беҙ  ҡарт ҡайындың “ч” хәрефе һымаҡ айырылыбыраҡ үҫкән ботағы аҫында әтмәләнгән ҡыуыш ишаратына арҡаны ҡуйып һөйләштек тә һөйләштек. Әйткәндәй, ул “Ч”-ның да үҙ тарихы бар. Минең сәңгелдәгем уны шулай төп олондан ситкәрәк кәкерәйеп үҫергә мәжбүр иткән. Бәлки, минең генә лә түгелдер... Тап шул кәкере ботаҡҡа эленгән сәңгелдәктә иҙрәгән 40 көнөм дә тулмаған минең өҫтөмә, бәпес ҡарарға тейешле апайым уйынға әүрәгәнде файҙаланыпмы, ағас олоно буйлап үрмәләп менгән ҡара йылан саҡ ҡына төшмәй ҡалған... Өләсәйем йәнемә ингән – сәңгелдәк өҫтөнә сәкәйеп, инде сабыйға етергә ҡул һуҙымы ара ҡалған саҡта йыланды абайлап ҡалған апай ололарға һөрән һалғас, тегеләр килеп, ни эшләргә белмәй сәңгелдәк тирәләй баҫып шаҡ ҡатҡанда өләсәй: “Сабыйҙың йәненә ҡул һуҙма. Йәшәрен йәшәгәнмен, саҡҡың килһә, мине саҡ”, тип доғаларын уҡый-уҡый мине сәңгелдәктән ҡулын һуҙған. Өләсәй мине сәңгелдәктән алғансы, нисек сәкәйгән, шул килеш ҡатып торған йылан... Аҙаҡ атайым, минең баламды сағырға уйлағайныңмы, ауыҙыңассайым, тип асырғанып, ул йыланды һалмаға тураған...

Сәй эсеп бөткәс, әсәйем менән, әүәлгесә, быҙауҙарҙы бикләй һалыр кәрәк, һыйырға ҡушылып ҡуймаһын, тигән һүҙҙәр менән биш баҫырҙы бер баҫып түгел, үҙ яйыбыҙға ғына ҡайтырға сыҡтыҡ... Эй, бала саҡ. Тотош каникулыбыҙ эштә үтһә лә, бер нәмә лә һорамаған, мыжымаған, таптырмаған, мультик күрмәгән, телефонды белмәгән, икмәккә яғылған ҡаймаҡ донъялағы иң тәмле ризыҡ тип белгән матур бала саҡ...

Бесән мәле етһә, шул көн иҫкә төшә лә тора. Ул сабынлыҡ хәҙер мал аяғы аҫтында ҡалып, тапандыға әйләнде. Бынан бер нисә йыл элек теге ҡарт ҡайын ултыра ине әле. Барып тағы сәй эске килә. Ҡара баҡырса ла табылыр, аҫҡағын да әтмәләрбеҙ, ҡарағат япрағы ла, мәтрүш тә булыр, һөт менән ҡаймаҡ тураһында әйтеп торорға ла түгел. Бик ныҡ теләгәндә ҡыштан һандыҡ төбөндә бесәнде көтөп ятҡан тышына фил төшөрөлгән һинд сәйен дә табырға мөмкиндер. Тик теге саҡ сәйҙе үҙенең матур кәйефе менән тәмле иткән әсәй генә булмаҫ инде ул табында...

Бына тағы бесән мәле етте...

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас