Тәбиғәт
9 Апрель 2025, 06:55

Ҡар башына ҡар етә, тиҙәр ҙә бит...

Ҡар башына ҡар етер, тиһәләр ҙә, апрелдә быйма кейге килмәй бит әле ул, ивет. Шулай ҙа... быйма кейҙермәгәндә лә, тәпешкәләрҙе систереүе мөмкин әле ул. Тош-тош урындарҙа ятып ҡалған ҡарҙарын алып китергә уйланымы икән әллә? Яҙғы ел бит ҡар ашап туйына...

Ҡар башына ҡар етә, тиҙәр ҙә бит...Ҡар башына ҡар етә, тиҙәр ҙә бит...
Ҡар башына ҡар етә, тиҙәр ҙә бит...

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, аҙна һуңында Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы төндәрҙә һауа темп һауа температураһы 0°, ә йомаға -2° булыуы көтөлә.

Бөгөн, 9 апрелдә, республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа күк  күкрәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15°, көньяҡта +20°.

Кесе йома, 10 апрелдә, төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°, көньяҡ-көнсығышта +17° тиклем.

Йома, 11 апрелдә, төндә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, көнбайышта яуым-төшөмһөҙ булыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +5, +10°.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас