Тәбиғәт
12 Февраль 2025, 11:20

«Әүәле йыландар мыжғып тора торғайны» (Солоҡсо Әнүәр ағайҙың һөйләгәндәренән).

Һүҙебеҙ ары йыландарға күсә. Алыҫ түгел бер ерҙә бүреләр бер бурһыҡты тотоп ашағандар. Бахыр хайуандың башы, тәпәйе генә ятып ҡалған. Йылан ашаған йәнлектең башы, тәпәйе һаҫыҡ булғанын ас бүреләр ҙә белгән икән.  Эйе, йылан шул тиклем һаҫыҡ була. Үлтерелгән йыланға оҙаҡ ҡарап торһаң да баш әйләнә.

«Әүәле йыландар мыжғып тора торғайны» (Солоҡсо Әнүәр ағайҙың һөйләгәндәренән).«Әүәле йыландар мыжғып тора торғайны» (Солоҡсо Әнүәр ағайҙың һөйләгәндәренән).
«Әүәле йыландар мыжғып тора торғайны» (Солоҡсо Әнүәр ағайҙың һөйләгәндәренән).

Һүҙебеҙ ары йыландарға күсә.

- Әүәле йыландар мыжғып тора торғайны, - тип һүҙ башлай ағайыбыҙ. - Әллә беҙҙең быуын уларҙы ҡырып бөтөрҙө, әллә бүтән сәбәп бар. Йыландың һороһо ла, ҡараһы ла, туҙбаш йылан да хисапһыҙ ине. Хатта миңә үҙ ғүмеремдә аяҡлы йыланды ла күрергә килде. Кешеләр быға ышанмай. Боронғолар ике тәпәйле йыландың барлығын һөйләй торғайнылар.

1964 йыл. Ағиҙел буйында Муйнаҡташ тигән ерҙә сплавта ятабыҙ. Ул йыл ямғырлы булды. Ағастарҙы Иҙелгә төшөрҙөк тә ял итергә туҡтаныҡ. Асыҡ ерҙән ике ҡара йылан йәнәш шыуышып килә. Бер ағайыбыҙ береһен башына баҫып үлтерҙе лә икенсеһен янып ятҡан утҡа тотто. Йылан бышҡырып ебәрҙе. Төкөрөктәре минең биткә сәсрәне. Мин уны тиҙ генә һыуыҡ һыу менән йыуа һалдым. Йылан тыпырсынып тороп, тәүҙә ҡорһаҡ аҫтындағы енесен күрһәтте. Өҫтәрәк ике тәпәйе лә күренеп ҡалды. Уны ҡапыл сығарҙы ла кире тартып алды. Үлгәндә  тәпәйен һәлберәтеп сығарып үлде. Уның тәпәйе ҡаҙ тәпәйенә оҡшаш, хатта бәләкәй генә тырнағы ла бар ине. 20 йыл тирәһе ғүмер уҙғас, тағы шундай йыланға тап булдым.

Ғаиләбеҙ менән ҡурсаулыҡта ятып бесән әҙерләйбеҙ. Шунда бер ҡара йыланға тап булдым. Уны башын төйөп үлтергәс, ҡорһағын әйләндерәм. Йылан миңә тәпәйен күрһәтте. Тәпәй тире аҫтынан түгел, ҡайҙандыр ҡорһаҡтан сыға ине.

 Шул уҡ ерҙә бесәндә ятабыҙ. Дүртенсе ҡыҙ сәңгелдәктә. Уны ҡайындың бер йыуан ботағына элеп ҡуйғанбыҙ. Сәңгелдәктең тирә-яғын марля менән урап, тышын плащ менән ҡаплап ҡуябыҙ. Эргә-тирәһенә йылан килмәһен өсөн бесәнен дә сабып ҡуям. Ни ғәләмәт, бала илай ҙа илай бит. Ҡатын сәңгеләк эргәһенән китә алмай. Ҡатындың ҡысҡырғанына барһам, бер ҡара йылан ботаҡтан шыуышып сәңгелдәккә етеп бара. Тегене осора һуғып төшөрөп, салғы менән төйөп үлтерҙем. Ни сәбәп менән ул йылан балаға китеп барғандыр. Был һорауым яуапһыҙ ҡалды.

Мин тағы бер ғәжәйеп хәлгә осраным. Обходта йөрөп ятам. Туҡта әле, әҙерәк балыҡсылап алайым, тип Нөгөш буйына төштөм. Йылғаның шаршы булған еренә килдем. Ғәҙәттә, бәрҙеләр шунда йыйыла. Яңылыш йылан өҫтөнә баҫып ҡуймайым, тип ҡармаҡ сыбығы менән үләнде һыпырам. Эргәмдә нимәлер һыҙғыра ла һыҙғыра бит. Һыҙғырыу ҡош тауышына ла оҡшай, тауыштың ҡайһы яҡтан килгәнен аңлай алмайым. Шунда үлән өҫтәндә йоморланып ҡына ятҡан туҙбаш йылан күҙгә ташланды. Ғәжәйеп тауыш шунан килә икән. Йылан һыҙғыра. Һыҙғырған йыланды беренсе күреүем. Мине ҡыҙыҡһыныу еңде, артҡа сигенеп, нимә булырын күҙәтә башланым. Ҡайҙандыр бер бәләкәй генә ҡош осоп килде лә, йыландың алдына ултырҙы. Шул арала йылан ауыҙына инеп тә китте. Был күренешкә оҙаҡ ҡына күҙем ышанмай торҙо. Йылан арбап, әллә шулай эшләне микән. Йыландың арбағанын ишеткәнем бар ине.

Арбау, тигәндәй, боронғолар йылан саҡһа, уны үлтермәҫкә ҡушҡандар.

Бесән сабып йөрөгәндә Әбдрәхим еҙнәйҙең балтырын йылан саҡты. Ололар һүҙен тыңлап, йыланды үлтермәнеләр. Еҙнәйҙең аяғы ҡап-ҡара булып оҙаҡ ҡына һыҙланы. Мин белгәндән әллә нисә кешене йылан саҡты: Ишбулдының атаһын, Рамаҙандың атаһын, Сәкинә апайҙы, Миңлеәхмәт ағайҙы...  Ул мәлдә врач та, доктор ҙа юҡ, сағылған кешегә медицина хеҙмәте күрһәтеү ҙә булманы, кеше нисектер үлмәй, төҙәлде. Йылан саҡҡан ер айҙар буйы ҡарайып йөрөнө. Ә  ат, һыйыр йылан сағыуға тиҙ арала бирешә, ярты сәғәттә йән бирә. Йылан саҡҡан малды салыуҙан, ашауҙан файҙа юҡ. Ағыу таралып, малдың итен һап-һары итә. Туҙбаш йыландан да һаҡ булырға кәрәк. Уның ағыуы юҡ, тиҙәр. Шулай ҙа бала саҡта бер малайҙың ҡулын туҙбаш йылан саҡҡайны. Ҡарайып, ағыуы тарала башлағас, уның ҡулын ҡырҡтылар.

Сәфәрҙә бесән йыябыҙ. Бакуйҙы күтәргән һайын ҡойолоп йылан сыға. Уларҙы үлтереп, һелтәп барабыҙ. Ҡоштар йыйылып китте. Һар (конек)  йылан ашай икән. Бурһыҡ та, ҡуй, тимәй. Ҡайраҡлы тамағында ағас һыҙып йөрөйөм дә ҡая битләүенә килдем. Эргә-тирә төрөлгән һымаҡ аҡтарылып бөткән. Был бурһыҡтың эшелер, тип уйланым. Алыҫ түгел бер ерҙә бүреләр бер бурһыҡты тотоп ашағандар. Бахыр хайуандың башы, тәпәйе генә ятып ҡалған. Йылан ашаған йәнлектең башы, тәпәйе һаҫыҡ булғанын ас бүреләр ҙә белгән икән.  Эйе, йылан шул тиклем һаҫыҡ була. Үлтерелгән йыланға оҙаҡ ҡарап торһаң да баш әйләнә.

Автор:
Читайте нас