Тәбиғәт
10 Февраль 2025, 11:25

Бүреләр ҡамауында ла ҡалдым... (Солоҡсо Әнүәр Дилмөхәмәтов һөйләгәндәрҙән)

Атымды йылға буйына утлыҡҡа ебәреп, ҡайтып киләм. Өй ҙә алыҫ ҡалманы инде. Ҡабаҡтан менеп килһәм, ҡаршыма оҙон ботло бер бүре килеп ята. Сигенеп, йылға буйына кире төштөм дә, бүре булып олоп ҡарайым. Ҡапыл минең олоуға аҫ яҡтан тағы өс бүре килеп сыҡмаһынмы. Шулай бүреләр уртаһында торҙом да ҡалдым. Мин ҡыбырларға ла ҡурҡып, ҡатып ҡалдым. Ҡулымда йүгән генә. Шулай бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалғанбыҙ, кемдең нервыһы көслөрәк, тигәндәй...

Бүреләр ҡамауында ла ҡалдым... (Солоҡсо Әнүәр Дилмөхәмәтов һөйләгәндәрҙән)Бүреләр ҡамауында ла ҡалдым... (Солоҡсо Әнүәр Дилмөхәмәтов һөйләгәндәрҙән)
Бүреләр ҡамауында ла ҡалдым... (Солоҡсо Әнүәр Дилмөхәмәтов һөйләгәндәрҙән)

- Әнүәр ағай, айыуын алғас, бүре лә тотҡанһығыҙҙыр әле, - тип мин һорауымды  икенсе йыртҡысҡа күсерәм.

-Әлбиттә, урман ерендә йәшәгәс, бүреһенә лә тап булаһың инде. Уны алдым, тип әйтә алмайым, ҡапҡан һалдым, бер-нисә рәт күҙгә-күҙ осраштыҡ.

Обходҡа сыҡҡан һайын бер-нисә йыл ике өйөрҙө күҙәтеп йөрөнөм. Был ике пар бүренән ике өйөр барлыҡҡа килде. Бер өйөрҙә дүртәү, икенсе өйөрҙә ете баш булдылар.

Атымды йылға буйына утлыҡҡа ебәреп, ҡайтып киләм. Өй ҙә алыҫ ҡалманы инде. Ҡабаҡтан менеп килһәм, ҡаршыма оҙон ботло бер бүре килеп ята.

Сигенеп, йылға буйына кире төштөм дә, бүре булып олоп ҡарайым. Ҡапыл минең олоуға аҫ яҡтан тағы өс бүре килеп сыҡмаһынмы. Шулай бүреләр уртаһында торҙом да ҡалдым. Мин ҡыбырларға ла ҡурҡып, ҡатып ҡалдым. Ҡулымда йүгән генә. Шулай бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалғанбыҙ, кемдең нервыһы көслөрәк, тигәндәй. Тегеләр еңелде бит. Мине ҡалдырып, йылғаға төшөп киттеләр. Эргә-тирәлә кеше-фәлән күренмәй, һыйыр малдары ғына өйөлөшөп, бүреләрҙе күҙәтәләр. Әле ҡот аяҡ аҫтына китһә лә, бүреләрҙе ярһытып, эт булып өрәм. Тегеләр тағы минең яҡҡа килә башланылар бит. «Ҡуй,  яҙмыш менән уйнамайым әле», тип ҡабаҡты менә һалып, мылтыҡ алырға өйгә йүгерҙем. Мин кире килгәндә бүреләрҙән елдәр иҫкәйне инде. Шулай бүре тауышҡа алдана. Тәжрибәле һунарсылар эт йә бүре булып олоп, уны яҡынайтып атып алалар ҙа инде. Мин дә бындай осорҙо күп ҡулланып ҡараным.

Ҡайраҡлы тамағында бүреләр боланды йыҡҡандар ҙа шуға һуҡмаҡ һалып йөрөгәндәр. Ҡапҡан һалдым юлдарына. Бер-нисә көн үткәс, ҡапҡанды тикшерергә барҙым. Бүре йөрөмәгән. Бүре шул тиклем һиҙгер йыртҡыс, ят еҫ өркөткәндер, тип уйлап алдым. Ул йөрөгән һуҡмағына ҡар киҫәге ишелеп төшһә лә шуны һиҙә.

“Туҡта әле, бүре булып тауышланып ҡарайым», тип олоп ебәрҙем. Ҡыҙыҡ. Үрҙә, йылға буйында, яуапҡа бүре олой. Эргәләге йылға буйына төшөп ултырғайным, йәнәш кенә бүре сабып үтеп китте. Масхалат кейгәйнем, шуға аңғармағандыр инде. Тағы бүре булып олойом. Ни ғәләмәт, йылға буйында бүреләр олоша башламаһынмы. Мин мылтыҡты әҙер генә тотоп, тауыш килгән яҡҡа киттем. Күп тә барманым, ағас башынан һикерешеп бүреләр төшә башламаһынмы. Бер ялбыр ағас уртаға һынған да, ҡуйы ботаҡ булғас, ҡар менән тулған, шунда был мәхлүктәр ял итеп ятҡан булғандар. Атып өлгөрә алмай ҡалдым. Был дүрт бүре минән йылғырыраҡ булып сыҡты. Күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡтылар.

Бер мәл ат егеп бесәнгә барҙым. Иртән бер рейс эшләнем, төштән һуң тағы сыҡтым. Кире барыуыма бая бесән тейәгән ерҙә бүреләр бер боландың башына етеп тә ҡуйған. Бахырҙың тәне лә һыуынып өлгөрмәгәйне. Ул-былға ҡарамай, бесән тейәргә тотонғайным, ат бышҡыра-тулай башланы.  Ҡараһам, минең яҡҡа дүрт бүре килә ята. Мылтыҡтан атып, ҡурҡытып ебәрҙем. Иртәгәһенә был емтеккә ҡапҡан һалдым. Бер нисә көндән килһәм, бер нимә тупһайып күренә. Мин, ҡапҡанға бүре эләкте, тип ҡыуанып яҡынлашһам, бер өйөм ята. Бүре ҡапҡанға эләккән дә, тырнанып, тупраҡ, ҡар  соҡоп, тау  өйгән һәм нисектер ҡапҡандан ысҡынып ҡасҡан. Сатан бүрене юллап ҡараным, барыбер ҡыуып етә алманым. Исламбай ауылы яғына сығып киткәйне.

Шуны ун йыл үткәс кенә данлыҡлы Низам һунарсының ейәне Вәкил атып алғанын ишеттем.

Эйе, яман була шул бүреләр. Теге мин күргәндәр үрсеп китеп, өс йыл эсендә 25 боландың  башына еттеләр. Ә мин күрмәгәне күпме. Илектәрҙең көҙгөһөн туйҙары була. Шул мәлдә тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә йыйылыуҙары мөмкин. Ошо мәлдә һиҙгерлеген юғалтҡан был мәхлүктәрҙе бүреләр аяуһыҙ ҡыра инде. Ашаймы-юҡмы, күпме юлында осрай, барыһын быуып һала.

Флүр Ғазин, фоторәссам, яҙыусы.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас