Тәбиғәт
7 Февраль 2025, 07:30

Айыу алыуҙар үҙе бер тарих... Флүр Ғазин.

Айыу теге бахыр аттың ҡойроғонан эләктереп алған. Ат, күрәһең, ныҡ тулаған, уны туҡтатыу өсөн айыу ҡойроҡто бер беләк йыуанлыҡ муйылға бәйләгән. Ат тыпырсынып, муйыл ағасын тамырынан һурып ысҡынған. Айыу барыбер шунда был мәхлүкте муйынына йәбешеп йыҡҡан.  Йыртҡыс муйынға йәбешһә, мал тиҙ генә бирешеүсән. Эйе, айыу көслө, ғәйрәтле була шул. Ул бер-нисә минут эсендә малды эшлектән сығарырға мөмкин. Ҡойроҡтан алып башына тиклем тиреһе һыҙырылған малды ла күрергә тура килде. Әгәр эргәһендә һыу-фәлән булһа, айыу ҡорбанын ҡапыл ғына үлтерә алмаһа, һыуға һөйрәп алып барып, сәсәтеп үлтергәнен дә күрергә  тура килде.

Айыу алыуҙар үҙе бер тарих... Флүр Ғазин.Айыу алыуҙар үҙе бер тарих... Флүр Ғазин.
Айыу алыуҙар үҙе бер тарих... Флүр Ғазин.

Ағайыбыҙ яйлап һүҙен ары урман батшаһы айыуҙарға күсерҙе.

- О-о-о, айыуҙармы, - тип ағайыбыҙ йәнләнде. – Үҙ ғүмеремдә айыу менән ниндәй генә хәл булмағандыр. Иҫтә булғандарын һөйләйем әле, тип хәтер моҡсайын соҡой башланы.

- 1953–1954 йылдар ҡарһыҙ килде. Көҙ үтеп, ҡыш еткәс тә ҡар ятырға ашыҡманы, ҡара ер ятты. Ер туңып, ярылып бөттө. Ә айыу аулаусы һунарсыларға бик ҡулай мәл ине. Айыуҙың өңө боҫрап, ағарып, әллә ҡайҙан күренеп тора. Самый «заядлый охотник» Биккинин Ғилман, Күлбаев Мөхәммәт, Абдразаҡ, Мансур, Зәкир ағайҙар иртәнсәк ауға сығып китәләр ҙә кискә ике-өс айыу атып ҡайта торғайнылар. Мин бала ғына булһам да, уларҙың нисә айыу атып алғандарын иҫемдә ҡалдырырға тырыштым. 1953 йылда 21 айыу алһалар, икенсе йылына инде 23 айыу ауланылар.

Айыуҙы һунарсылар күпме ҡараһалар ҙа яҙ сығыу менән улар ҡара эшен башланы. Артелдең атын йыҡҡан. Һунарсылар атҡандар атыуын, кис булғас, эҙләп тормағандар. Иртәнсәк емтек урынына барҙыҡ. Эйе, мин дә эйәргәйнем. Айыу теге бахыр аттың ҡойроғонан эләктереп алған. Ат, күрәһең, ныҡ тулаған, уны туҡтатыу өсөн айыу ҡойроҡто бер беләк йыуанлыҡ муйылға бәйләгән. Ат тыпырсынып, муйыл ағасын тамырынан һурып ысҡынған. Айыу барыбер шунда был мәхлүкте муйынына йәбешеп йыҡҡан.  Йыртҡыс муйынға йәбешһә, мал тиҙ генә бирешеүсән. Эйе, айыу көслө, ғәйрәтле була шул. Ул бер-нисә минут эсендә малды эшлектән сығарырға мөмкин. Ҡойроҡтан алып башына тиклем тиреһе һыҙырылған малды ла күрергә тура килде. Әгәр эргәһендә һыу-фәлән булһа, айыу ҡорбанын ҡапыл ғына үлтерә алмаһа, һыуға һөйрәп алып барып, сәсәтеп үлтергәнен дә күрергә  тура килде.

Дөрөҫ, бар айыу ҙа малға тейеп бармай. Йәш булһа, көсөнөң самалы булыуын һиҙә микән әллә. Табан эҙе 18, 20, 22 сантиметр булһа, ул йыртҡысҡа әүерелә. (Беҙ йәнлектәрҙең иҫәбен алғанда ерҙә ҡалдырған аяҡ эҙҙәренән үлсәп билдәләй торғайныҡ). Мин өс йыл тирәһе бер айыуҙы күҙәтеп йөрөнөм. Уның ҡойола ҡалған табан эҙе 22 сантиметр ине. Ғәҙәттә, айыу йыҡҡан ҡорбанына кире килә. Уны ашап бөткәнсе эргәһендә йөрөй. Ә был айыу ҡорбанын йыға ла, арлы-бирле ашай ҙа, емтеккә кире килмәй. Шуға уны тота алмай оҙаҡ йөрөнөк. Етмәһә, был айыу бер урында ла тик тормай. Был урында эш эшләй ҙә, икенсе көндө тиҫтәләрсә саҡырымда тағы эш боҙа. Көпә-көндөҙ Миңлеәхмәт ағайҙың һыйырын ашап китһә, кисен Таҡыясусаҡ битләүендә артелдең Ворошиловский тоҡомло атын ашап китә.

Бер мәл еҙнәй менән апайҙы Ҡолғана ауылына алып барҙым да, таңғы биштә кире юлға сыҡтым. 15 саҡырым тирәһе ерҙә Ялтан ауылы ята. Өйҙәр ҙә күренде инде. Шунда елле бер айыу үткәнен күрҙем. Гел юлдан ғына барған айыу эҙен үлсәйем. Эйе, эҙ 22 сантиметр. Ҡәһәрең, теге айыу ҙа инде! Ауылда йәшәгән ҡустыла туҡтап, мал-тыуарығыҙға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, тип иҫкәртеп киттем. Ғәлиәкбәр ауылына ҡайта һалып, айыу тураһында ҡустыларға һөйләнем. Икенсе көнө хәбәр ишетелә. Айыу Ялтан  ауылында малға тейгән. Шунан беҙҙең яҡҡа юлланған, тиҙәр. Кискә был, ҡәһәрең, ике тауҙы төшөп, 15 саҡрым ер үтеп, йылға буйында йөрөгән тышаулы атты ашап китә. Өс көндән һуң Ямаш ауылына обходҡа барған лесниктәрҙең атын тотоп ашай. Бишбүләк районынан килеп йәйләп ятҡан малсыларҙың кәртәһенә инеп, ике һыйырын, бер атын тамаҡлай. Шул йылды теге айыу 12 һыйыр малын, 4 атты ашаны.

Ҡырпаҡ ҡар яуғас, шәшкегә учет үткәрергә Ямаш яғына юлландым. Ауылдан 500 метр самаһы барғас, тау башына сығып барған теге айыуҙы тап иттем. «Ә-ә, был ҡышларға урын эҙләй бит, иртәгә эҙенән юллап барырмын әле», тип эште иртәгә ҡалдырҙым да юлымды дауам иттем.

Иртәгәһенә иртәнсәк лесник Әҡсән ҡусты йүгереп килеп инде. “Әнүәр, мылтығыңды биреп тор әле”, ти.  “Мылтыҡты кеше ҡулына биреү рөхсәт ителмәй, мин уны ҡултамға ҡуйып алдым да  инде”, - тип ҡаршы төштөм. Нимәгә кәрәк булды һиңә, тип ҡыҙыҡһынам.

«Әйҙә, ҡабалан әтеү, яһауға картечыңды ал, ҡалғанын юлда һөйләрмен», тип мине ашыҡтыра.

Теге айыу ҡапҡанға эләккән икән. Мин күргән ерҙән әллә ни алыҫ та китеп өлгөрмәгән. Ауыл яҡын булғас, халыҡ йыйылған, бала-сағалар ҙа күренә. Айыу шундай елде ине, Алла һаҡлаһын инде. Ат дәүмәллеге, тиһәң дә һүҙем буш булмаҫ. Айыу, ҡотолам, тип тирә-яҡты тырнап бөткән.Үҙе ауыр итеп тын ала, тешен ыржайтып, тегеләй ташлана, былай ташлана. Лесник Сәлимгәрәй  айыуға тоҫҡап атып ебәргәйне, мылтығы осечка бирҙе. Мин тегегә терәп тигәндәй атып ебәрҙем. Айыу шунда уҡ  йән бирҙе. Ышаныс өсөн башына атҡас, салдыҡ. Айыу шундай ауыр ине, биш кеше күтәреп ҡарайбыҙ, көс етмәй. Шунан ни эшләйһең, арбаны ҡыйшайтып, клад һалып, саҡ арбаға мендереп һалдыҡ. Ауылға инеп килгәндә ҡабаҡ бар ҙа инде, ат шунан йөктө һөйрәй алманы, күмәкләшеп атҡа ярҙам итеп саҡ ҡабаҡты мендек. Айыуҙы ауылдың теге осондараҡ һуйҙыҡ. Һәр атҡан айыу итен тиреһе менән лесхоз ала торғайны. «Был айыу күпме малыбыҙҙы тәләфләне, итен ауыл халҡына таратығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, әҙме-күпме булһа ла зыян ҡапланыр”, - тип лесничий Әғзәм ағайҙан үтенәбеҙ. Ағайыбыҙ Бөрйәнгә конторға шылтыратҡан. Рөхсәт бирҙеләр, тигәс, итте ауыл халҡына тараттыҡ.

Ошо айыуҙы алғас, ете-һигеҙ йыл беҙ тыныс йәшәп ҡалдыҡ. Малдарыбыҙ имен-аман кәртәгә керҙе.

- Әнүәр ағай, был беренсе айыуығыҙ булмағандыр? Тәүге алған айыуың тураһында һөйлә әле.

- Тәүге айыу, тәүге айыу... Һин,  ҡустым, мине «заядлый охотник» тип уйлап ҡуйма. Уларҙың күбеһе бит браконьерҙар. Уларға ҡәберең яҡын булмаһын. Лесхозда, ҡурсаулыҡта эшләгәндә бар хәлемсә улар менән көрәштем. Элегерәк заманы шулай булғандыр инде, айыу алған кешене хөрмәт иттеләр. Шул шунса айыу алған, тип маҡтап һөйләнеләр. Самалы ғына мал тотҡан кешегә күҙ терәп торған малынан яҙыу ҙур ҡайғы ине. Шуға айыусылар «почетта» булды. Хәйер, закон да еңел булды.

Закон, тигәндәй, мин дә бер бәләгә тарыным. Обходты ҡарап үтәйем әле, тип урманға сығып киттем. Бер тау битләүендә өс һунарсы дүрт айыуҙы атып алып, маһайышып торалар. Былар Бөрйәндекеләр ине. Исемдәрен әйтеп тормайым. Күптән мәрхүмдәр инде. Йә балаларына ҡыйын булып торор.

- Ағай, әйҙә, айыу һуйыш,  - тиҙәр, етмәһә.

- Мин айыу ите ашамайым, - тип китеп барҙым. Мин уларҙы һатманым да, закон буйынса протокол да төҙөмәнем. Бер заман Бөрйәнгә милицияға саҡырҙылар бит.

- Ә-ә, браконьер, килдеңме, - тип ҡаршы алмаһындармы. Милиция капитаны Суфиянов Әбүзәр.

- Мин бер ни ҙә боҙманым. Кем боҙған, шул яуап бирһен, тиһәм дә, 50 һум штраф сәпәнеләр.

Тәүге айыу

- Тәүге айыу, тәүге айыу... Шуны һорайһың бит әле

1965 йыл леспромхозда эшләй инем, отпуска бирҙеләр.

«Әйҙә, беҙҙең менән һунарға, өйрәнерһең», - тип Аптразаҡ, Ғибәт, Әҡсән ағайҙар үҙҙәре менән мине һунарға алдылар.

12 декабрь көнө ине, тышта йылы, әҙ генә ҡырпаҡ ҡар яуған. Ағайҙар, айыу әле ятмаған,  тинеләр.  Тау һырты буйлап, таралып, һөҙөп китеп барабыҙ. Шулай бер аҙ барғас, айыу эҙенә тап булдыҡ. Юллап, эҙ буйлап киттек. Алда бейек ташлы урын,  ташлыҡтар араһынан бушлыҡтар күренә. Шунан айыу башын тығып ҡарап тормаһынмы. Беҙ яҡынайғас, айыу бушлыҡҡа инеп китте. Ҡараңғылыҡта ике күҙе генә лампочка һымаҡ яна инде.

- Әнүәр, ат, - тип ағайҙар әмер бирә.

- Ҡайҙа атайым, унда ике күҙ генә яна.

- Шуның тап уртаһына инде. - Ағайҙар түҙемһеҙләнеп ҡысҡыралар.

Ҡалтыранған ҡул менән мылтыҡ тәтеһенә баҫам. Ҡолаҡ тондорғос шартлау, төтөн, дары еҫе. Теге ике күҙ юҡ була.

- Һо, молодец! Тәүге айыуың менән! - тип ағайҙар мине ҡеүәтләйҙәр. - Мә, инде һөйрәп сығар, тип ырғаҡлы һайғау  бирәләр.

«Айыу алдым бит, айыу!» - йөрәкһенеп һайғауымды  ҡыуышҡа тығам. Һайғау нимәгәлер барып төртөлдө, уны ҙур көс ситкә бәрә һәм, күп тә үтмәй, башмаҡ ҙурлыҡ айыу килеп сыҡты ла, беҙҙең аранан йән фарман сабып үтте. Ҡурҡып та өлгөрмәгән беҙ «ах, ух» тип торҙоҡ та ҡалдыҡ. Айыуҙың эҙенә төшәбеҙ, ҡан әҫәре күренмәй. Шулай тоҫҡап тороп ат та тигеҙмә әле. Ағайҙарға уңайһыҙланып ҡарайым. «Ничего, ҡустым, тәүҙә ҡул ҡалтырай инде. Тере нәмәгә атаһың да инде. Аҙаҡтан өйрәнерһең», - тип ағайҙар йыуатырға маташа. 

Эҙ буйлап китәбеҙ. Йәнлектең артына төшһәң, ул тау башына ҡаса. Ул шулай бейеклектән һине күҙәтә. Айыуҙы юллап бара торғас, көн кискә ауышты. Аҫтыбыҙға сыбыҡ фәлән түшәп йоҡларға тура килде. Иртәнсәк айыуҙы эҙәрләүҙе дауам иттек. Теге айыуҙы беҙ кискә генә саҡ табып алдыҡ. Таптыҡ, тим шуға, ул үлек ине инде. Мин атҡан картеч бушҡа булмаған. Ҡан шуға булмаған икән - айыу һимеҙ булһа, майына бөрөлә. Абруй тағы күтәрелде. Тәүге «трафейҙы» бүлешмәйҙәр, айыу һинеке, тигәстәр, түбәм күккә тейҙе. Айыуҙы аҙаҡтан ат егеп килеп алдым. Һуйғайным, сусҡа һымаҡ һимеҙ ине.

 Айыу атып өйрәнерһең, тиһәләр ҙә теге ваҡыт ағайҙар, минең эш түгел икәнен тора-бара аңланым, – тип ағай һүҙен дауам итте. - Йәнлек атып бер ҙә ләззәтлек тапманым. Миңә уларҙың тере килеш, урманды йәмләп, йәнләп йөрөүҙәре оҡшай ине. Әлбиттә, ҡулымда мылтыҡ булды, унһы ҙа булмай, ҡош-ҡорттоң төрлөһө була бит.

 Солоҡсолоҡ менән булышҡанда айыуҙар бигерәк маҙаһыҙланы. Туҡмаҡ та элеп ҡарайым, тағы әллә нәмәләр ҙә уйлап сығарып ҡараным, барыбер солоҡто талайҙар. Шунда берҙән-бер юл ҡала - мылтыҡ менән генә атып ҡурҡытаһың инде.

Флүр Ғазин.

 

Автор:
Читайте нас