Ҡышҡы осорҙа был йыртҡыстар һунар итеүгә уңайлыраҡ булһын өсөн берләшәләр. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ роле бар. Берәүҙәре хәүефһеҙлек өсөн яуап бирә, ҡалғандары ҡорбан күҙләй. Һыуыҡ мәлдә улар эре хайуандарға һунар итеүгә өҫтөнлөк бирә.
-Беҙҙең яҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, күберәк ҡоралайҙар һәм мышылар бүре өйөрөнөң ҡорбаны була. Бер ашағанда ашап бөтөлмәгән ризыҡтарын улар ҡар аҫтына йәшерә.
Бүреләр ныҡлылар, көслөләр, сыҙамлылар... Иң ауыр шарттарҙа ла тере ҡалыр өсөн тәбиғәт уларҙы бик йомарт “бүләкләгән”. Ҡорбандарын тиҙ арала ҡыуып тотоу өсөн уларға бары тик ҡар өйөмдәре генә әҙерәк ҡамасаулай. Шуға күрә бүреләр һуҡмаҡтар һәм тапалған ерҙәр буйлап йөрөүгә өҫтөнлөк бирә, - тип хәбәр итә “Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре.
“Башинформ”мәғлүмәте (руссанан тәржемә).
Фото:Национальный парк «Башкирия», телеграм