Иҫәп алыу ноябрҙең 25-енән 28-енә тиклем - һыу ятҡылыҡтарында ныҡлы боҙ ҡатламы барлыҡҡа килгәс алып барылды. Бөтәһе 19 маршрут үтелде, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 150 саҡрым. Ҡурсаулыҡтың төп һыу ятҡылыҡтары йәлеп ителде.
Һөҙөмтәлә, 58 шәшке, 15 ҡама, бынан таш, ҡондоҙҙарҙың 3 “төйәге” асыҡланды. 2023 йылда 47 шәшке, 10 ҡама, 1 ҡондоҙ иҫәпкә алынғайны. Был күрһәткестәр, ҡурсаулыҡ биләмәһендә һыу янында йәшәүсе йәнлектәрҙең һаны артҡан, тиергә нигеҙ бирә.
З. Абдуллина, өлкән фәнни хеҙмәткәр.