Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
2 Декабрь , 16:50

Айыуһаҙы айыуы

...Урманлыҡҡа иғтибарлыраҡ ҡараһам, ни күрәм— беҙҙән “анауында ғына” тип күрһәтерлек арала йыуан һәм ҙур айыу үтеп бара. Машина арыраҡ, ә унда фотоаппарат. Бында ла фотофанатлығым тәүаңымда. Ҡатын эшенән туҡтап, һәнәгенә таянып ҡарап тора төбәк хужаһына. Мин бара һалып машинанан төшөргөсөмдө алдым да, әйләнеп килеүемә айыу ҡапыл күтәрелеп...

Айыуһаҙы айыуы
Айыуһаҙы айыуы

Бер ниҙең бер ниҙән, бер кемдән ҡурҡмаған заман килде. Оло юлдағы аттарҙы, һыйырҙарҙы ғына күр, машинаң менән киләһең төкөй яҙып, ә улар ыжламай ҙа. Туҡтап, яйлап боролоп үтәһең, ахырҙа. Алыҫта ҡалды ағайҙарҙың: ”Машинаңды туҡтатып, һүндереп тор, ҡустым, атты өркөтәһең”, —тип арбалы йә саналы атта ҡаршы юлдан үтеп китеүҙәре. Юлдағы мал-тыуарҙан үҙең өркөп, ҡурҡып тораһың хәҙер.

Урман хайуандары, йәнлектәре һәм ҡоштары ла бик батырайып китте: юл аша илектәр һикерешеп үтә, алға төшкән бүреләрҙе, ҡабан сусҡаларын сигнал бирә-бирә байтаҡ ара ҡыуып барыусылар ҙа бар. Төлкөләр юл ситендә ыжламай ҙа йөрөп ҡалалар. Һуйырҙар, селдәр юлға төшә, алдан ҡуян саба... Ҡыҙыҡ, зоопаркта йөрөйһөңмө ни?..
Бер йылы Тимер ауылынан оло юлға сығып килһәк, өс балаһы менән ҡабан сусҡаһы юлда тормаһынмы?!. Ара ҡул һуҙымы тиерлек кенә ҡалғас, бер бәләкәсе менән өлкәне бер яҡҡа, ике бәләкәсе юлдың икенсе яғына ырғып ҡалдылар. Мораҡ юлында осраған айыуҙы ла фотоға төшөрөп, контактка ҡуйғайным теге йылдары.
Был яҙмамдың йәбешкәһе шуна - байтаҡ йылдар элек булды был хәл. Сентябрҙең ҡояшлы бер көнөндә, кискә ҡарай ҡатын менән Айыуһаҙындағы сабынлығыбыҙға барып ҡайтырға булдыҡ: кәртәһе емерелеп-фәлән тормаймы, кәбәнде ҡарарбыҙ, булһа бәшмәк йыйырбыҙ, уларынан да бигерәк көҙгө йәмле тәбиғәт ҡосағында ял алырбыҙ тигән ниәт менән юлға йыйындыҡ. Ике күбәләй бакуй ҙа ятып ҡалғайны ямғырға эләгеп, шуларҙы сабындан алырға кәрәк. Барҙыҡ. Ҡатын бакуй йыя, мин яхмарҙарҙы ситкә сығарып йөрөйөм. Бер юллауымда урман яғында елбер итеп кенә бер нәмә күҙгә салынды. Нимә икән, тип уйланым да эшем менән булдым. Унан, урманлыҡҡа иғтибарлыраҡ ҡараһам, ни күрәм— беҙҙән “анауында ғына” тип күрһәтерлек арала йыуан һәм ҙур айыу үтеп бара. Машина арыраҡ, ә унда фотоаппарат. Бында ла фотофанатлығым тәүаңымда. Ҡатын эшенән туҡтап, һәнәгенә таянып ҡарап тора төбәк хужаһына. Мин бара һалып машинанан төшөргөсөмде алдым да, әйләнеп килеүемә айыу ҡапыл күтәрелеп, ике аяғына баҫып беҙҙең яҡҡа бер күҙ һирпте лә: “Былар килгәндәр икән,” тигәндәй, дүрт тәпәйенә төшөп, бешәлек ышығына инеп тә юғалды. Секундтар эсендә булды беҙҙең күрешеү, фотоаппаратымды һауытынан алып, ул-был итеп, тоҫҡап, сыртылдатып-сыртылдатҡан булдым да, тик фотоға айыуҙың арты ғына эләгеп ҡалды.
“Айыуҙы тереләй тәүгә күрҙем, ике күҙе бер-береһенә яҡын ғына икән, томшоғо йоморо, үҙе ҡайһындай йыуан, һимеҙ,— ти ҡатыным. -Айыу менән күҙгә күҙ ҡарашып алдыҡ, ибет, Мөнир, төшөрөп өлгөрҙөңмө?" Өлгөрмәнем шул, уйламағанда ҡапыл булды бит, тим.
Шуныһы ғәжәп, кешеләр: “Айыу осраһа, сәстәр үҙенән-үҙе үрә тора, хатта кәпәсте күтәрә” тиеүсән, ә беҙ хатта ҡурҡырға ла өлгәрмәнек. “Һеҙ миңә теймәһәгеҙ, минең дә һеҙҙә йомошом-эшем юҡ”, тигән һымаҡ, нисек пәйҙә булһа, шул тиҙлектә юҡҡа сыҡты айыу.
Хәтерҙә, күп йылдар элек Ҡараташ башындағы делянкала ҡуна ятып бесән эшләгәндә, кисҡырында дүрт юллыҡ шиғырҙар сығарып ҡатынға һөйләй торғайным. Уларҙың береһе:
Урман төпкөлөндә йөрөй
Ҡурҡыныс, олпат айыу.
Айыулы төбәктән кәрәк
Үҙ ваҡытында тайыу.
Ә беҙ Айыуһаҙында—айыулы төбәктә бер ҡасан да шикләнеү, ҡурҡыу тойғоһо кисермәнек һәм кисермәйбеҙ. Хатта уйлап та бирмәйбеҙ. Сөнки был тирәнең үҙ айыуы булыуын белеп бөткәнбеҙ. Өҫтәүенә, айыуҙы ғына уйлап йөрөһәң, бесәнһеҙ ҡалаһың инде. Айыуһаҙы беҙҙең өсөн бесәнен генә эшләп алыр сабынлығыбыҙ булһа, айыуҙың яҙҙан көҙгәсә, йәғни өңгә ятҡанса үҙ йүнен үҙе күреп тереклек итеү төбәге. Яратҡан төбәге. Төбәктең ысын хужаһы— ул. Үҙенең дә зыяны юҡ, беҙҙең дә зыянһыҙ икәнлегебеҙҙе, был ерҙең уртаҡ биләмәбеҙ булыуын белеп, аңлап бөткәндер инде.
Мөнир Фәйзуллин, Бөрйән районы, Килдеғол ауылы.

Автор:
Читайте нас: