Бөрйән урмандарында иң эреләрҙән иҫәпләнгән ике хайуан көс һынашҡан урындың һәм был йән эйәләренең хәл-торошон күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
Моғайын, һеҙ һүҙ легендар Бөрйән айыуҙары тураһында бара тип уйлағанһығыҙҙыр. Ләкин беҙҙең тәбиғәт зонаһында мышылар иң елле хайуандар тип иҫәпләнә.
- “Шүлгән-Таш” дәүләт ҡурсаулығының дәүләт инспекторы Сабит Ғәлин тоҙ һибелгән урындан алыҫ булмаған ерҙә ике мышының көрәш майҙанын мәңгеләштергән. Гормондар уйнауы аҫтында барған көрәштең көсөн һәм ҡеүәтен самалайһығыҙҙыр: берәүһенең мөгөҙө һынған, ерҙең кәҫе аҡтарылған, ағастар зыян күргән...
Әлеге ваҡытта мышыларҙың тоҡом дауам итеү хәстәре менән янған мәле. Ата мышылар әүҙем рәүештә үҙҙәренә инә мышы эҙләй. Шуға күрә ата мышылар араһында йыш ҡына ошондай ҡаты конкурентлыҡҡа нигеҙләнгән аяуһыҙ алыштар булып ала. Тоҡом дауам итеү хистәре һәм хәстәре менән янған саҡтарында улар агрессия күрһәтә. Хатта бындай көрәштәр ваҡытында конкуренттар ғына түгел, кешеләр уларҙың алыш ҡорбаны булған осраҡтар бар.
Ата мышының был мәлдәге холоҡ-фиғеле ҡайһылайыраҡ була икәнен интернет гиҙеүсе видеояҙманы ҡарап та күҙаллап була. Был хәлгә шаһит булыусы уны Башҡортостан урмандарында төшөргән. Ҡыҙып алған хайуан үкерә-үкерә төшөрөүсе кеше эргәһенән үтә. Бәхеткә күрә, кешене аңғармай.
Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығынан маралдарҙы һаҡлаусы беҙҙең коллегаларыбыҙ был мәлдә уларҙың һанын ата маралдарҙың үкереүе буйынса иҫәпкә ала, - тип хәбәр итәләр “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының социаль селтәрҙәге төркөмөндә.