Тәбиғәт
14 Октябрь 2024, 04:05

Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...

Төйәгебеҙҙең матур тәбиғәтенә һоҡланып, ял итеп ҡайтыу өсөн урманға юлланһағыҙ, аяҡ аҫтына ғына ҡарап йөрөмәгеҙ, дуҫтар, өҫкә лә күҙ һалғылап, ҡараш ташлағылап йөрөгөҙ. Бәлки, һеҙгә лә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы-солоҡсоһо Әлхәм Иҫәнамановҡа эләккән “бәхет” йылмайыр...

Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...
Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...

-Ағастарҙа ҡоштар ғына түгел, ҡайһы саҡ урмандың ҙурыраҡ тереклектәре лә осрап ҡуйғылай.

Үҙенең обходынан ҡайтып килеүсе дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов  45-се квартал сигендәге Аҡҡашҡа тигән урында йәш айыуҙы фотоға төшөрөп алған.

Тик кадр ғәҙәти түгел – фотола ҡапыл кеше килеп сыҡҡанға ҡото осоп ағасҡа үрмәләгән йәш айыу мәңгеләштерелгәнгә оҡшай.

Ә һеҙ ошондай көтөлмәгән осрашыуҙарға ҡатнашыусы булырға теләр инегеҙме? – тип ғәҙәти булмаған хәл хаҡында хәбәр итеүен һорау менән тамамлаған  Государственный заповедник "Шульган-Таш"  төркөмөнә был хаҡта яҙыусы хеҙмәткәр.

Ысынлап та, һеҙ ни эшләр инегеҙ был осраҡта, ҡурҡыр инегеҙме, дуҫтар?

 

Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...
Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...
Айыуҙар ҙа “ҡуна” ағасҡа...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас